Толпар атым – уң ҡанатым25.07.2015
Толпар атым – уң ҡанатым Халҡыбыҙҙың тормош-көнкүреше борондан ат менән бәйле. Өс йәше тулған һәр малай атаһы ярҙамында эйәргә ултырһа, ете йәшендә инде үҙаллы елдергән. Ә батыр исеменә дәғүә иткән егет тәү сиратта үҙенең һыбай йөрөү оҫталығын күрһәтергә тейеш булған.

Бындай һынауҙар беҙҙең көндәрҙә үткәрелмәһә лә, һыбайлы сос егеттәребеҙ бар әле. Мәҫәлән, Яңы Сәпәш ауылының ат спорты буйынса балалар-үҫмерҙәр мәктәбе 16 йыл эшләп килә. Унда шөғөл­ләнгән үҫмерҙәрҙең ярыштарҙа призлы урындар яулауы бында үҙ эшенә мөкиб­бән бирелгән ысын һөнәрмәндәр эшләүе тураһында һөйләй.
— Ат спорты мәктәбен асыу хыялы күптән бар ине, — ти етәксе Тимур Шәрә­фетдинов. – 1998 йылдың көҙөндә Яңы Сәпәш ауылы эргәһендә мәктәпкә нигеҙ һа­лынды, ә бер йылдан уны асыу тантанаһы булды. Комплекс ул ваҡытта районға етәкселек иткән, бөтә күңеле менән ат яратҡан Вилдановтың баш­лан­ғысы буйынса “Яңы Раевка” совхозы иҫә­бенә төҙөлдө. Ипподромға милли геро­йыбыҙ Салауат Юлаевтың исеме бирелде, тиҙҙән сабыш аттарын өйрәтеү өсөн патент алдыҡ.
Әле спорт мәктәбендә махсус секция эшләй, унда үҫмерҙәр һыбай йөрөү оҫталығына өйрәнә. Әлшәйҙәр “Аҡбуҙат” ипподромында үткән бәйгеләрҙә лә даими ҡатнашып, республика ярыштарында бронза, көмөш, алтын миҙалдар яуланы. Райондар араһындағы спартакиадаларҙа чемпион (2001, 2004 йылдар), вице-чемпион (2005 йыл) исемдәренә лайыҡ булды. Сабыштарҙа Азат менән Рәлиф Булатовтар, Вәсил Ҡотоев, Вәғиз Һабаншин, Динар Йосопов, Владислав, Руслан Абдуловтар, Артур Мәхмүтов, Ринат Ҡотләхмәтов призлы урындар алды. Ә ат спорты мәктәбенең “Рузбольт” ҡушаматлы айғыры Башҡортостан йыйылма командаһына һайлап алынды. Ул мисәүләп егелгән урыҫ тройкаһында 1600 метр арала команда иҫәбенә ярайһы ғына мәрәй килтерҙе, 2400 метрҙа иһә призлы урынға сыҡты.
Бер генә милли байрам да ошо мәктәп тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығынан баш­ҡа уҙмай. Елдән етеҙ юртаҡтары менән улар башҡорт егеттәренең саялығын, етеҙлеген, таһыллығын данлай.






Вернуться назад