Еңеү – башҡорт егетендә!24.07.2015
Рәсәй боксеры, башҡорт егете Денис Шафиҡовтың хеҙмәт кенәгәһендә хәҙер – 36 еңеү, шуларҙың 20-һе – нокаут менән.

18 июлдә Ҡытайҙа үтәсәк алыш хаҡында гәзит уҡыусы­ла­рыбыҙға хәбәр иткәйнек инде. Интернет селтәре башҡорт батырының еңеүе хаҡында хәбәр менән шул минутта уҡ тулды. 61, 23 килограмм ауырлыҡтағы Денис Шафиҡов Индонезия боксеры Рой Мухлисты еңде. Афарин, Силәбе егете!
Яҡташыбыҙ осрашыуҙың тәүге минуттарынан уҡ өҫтөнлөк алып, дәғүәсеһен икенсе раундта нок­даунға ебәрҙе. Ә өсөнсө өлөштә, Индонезия егетенә бер нисә тапҡыр елле генә эләккәндән һуң, ул алышты дауам итеүҙән баш тартты.
“Урал Бокс Промоушен” ком­па­нияһы директоры Алексей Васильевтың әйтеүенә ҡа­ра­ғанда, Денистың киләһе алы­шының датаһы августа билдәле буласаҡ.
– Дәғүәсеһенән бер башҡа тәпәшерәк булһа ла, Денис сағыу еңеү яуланы, талантын тулы­һынса асты һәм Мухлисты бик тиҙ еңде, – тине ул. – Хәҙер инде чемпион титулы өсөн алышты көтәбеҙ. Алышҡа Рансес Бартелеми сыға.
Квартирный переезд в Уфе. От 350 рублей!


Вернуться назад