Ямғыр өркөтмәне14.07.2015
Ямғыр өркөтмәне Баш ҡала тарихында тәүге тапҡыр Велотөн уҙғарылды. Өс сәғәт эсендә ике тәгәрмәсле транспортты үҙ итеүселәр 35 километр юл үтте.

Республиканың Велосипедсылар союзы рәйесе Раил Ғабдуллин әйтеүенсә, сарала ҡатнашыусыларҙы хатта ҡойма ямғыр ҙа ҡурҡытманы.
— Әлеге Велотөн беҙҙең өсөн тест ҡына булды. Төнгө маршрутты һынап ҡарау бурысын ҡуйҙыҡ. Шуға күрә ваҡиға хаҡында алдан белдерергә тырышманыҡ. Шулай ҙа 500-гә яҡын кеше йыйылды, — тине союз етәксеһе.
Велотөн 12 июлдә төнгө сәғәт 12-лә “Өфө-Арена” һарайы янындағы майҙанда башланды. Маршрут, Профсоюздар йорто, Конгресс-холл, Каруанһарай, Дуҫлыҡ монументы, Ленин урамы, Октябрь проспекты, Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы аша үтеп, Еңеү паркында туҡталды. Велосипедсылар тротуарҙан һәм автомобиль юлының ситтәге уң яң һыҙатынан йөрөнө. Сараны үткәреүҙә ирекмәндәрҙең дә ярҙамын тейешенсә баһаларға кәрәк.




Вернуться назад