Үҙ ҡеүәтебеҙгә иҫәп тотабыҙ30.06.2015
Үҙ ҡеүәтебеҙгә иҫәп тотабыҙЯл көндәрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ ҡалаһына эш сәфәре менән барып ҡайтты. Унда ул муниципаль берәмек Советы депутаттары менән осрашты, ҡаланың тарихи өлөшөндә йәйәүлеләр өсөн майҙан төҙөү барышын ҡараны, йәштәр байрамында булды.

– Ҡала хакимиәте башлығы Алексей Изотов “3D” концепцияһы хаҡында һөйләп өлгөрҙө. Мине барыһы ла ҡәнәғәтләндерә. Әлбиттә, бөтөн ҡалаларыбыҙ ҙа һеҙҙеке кеүек төҙөк булһа ине тигән теләктәмен. Халыҡ йәшәүҙән тик ыңғай тәьҫораттар алырға тейеш. Тыныс мөхит кәрәк беҙгә: ҡалала ла, республикала ла, илдә лә. Ситтән ебәрелгән һынауҙар иңебеҙгә күп төштө. Шулай ҙа беҙ – ныҡ кешеләр. Нисек кенә булмаһын, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығасаҡбыҙ. Барыһы ла ваҡытлыса ғына.
Йыш ҡына Өфөнөң саммиттарға әҙерлеген миҫал итеп килтерәм. Башҡортостандың баш ҡалаһына егермеләгән ҙур дәүләттең башлыҡтары килеүе мөмкин түгел, тиеүселәр булды. Әле ике ай элек тә ошондай уҡ рухтағы сығыштар булғыланы. Ҡыйынлыҡтарҙы аша атлап үтеп, бөгөн ҡурҡмайынса “Өфө саммиттарға әҙер!” тип әйтә алабыҙ, – тине Рөстәм Зәки улы үҙенең сығышында. – Күп эш башҡарылды. Уларҙы ситтән килгән кешеләр түгел, ә үҙебеҙҙекеләр атҡарҙы. Арабыҙҙан архитекторҙар, рәссамдар һәм башҡа һәләтле кешеләр табылды. Йәмғиәт бер көс булып тупланды. Һөҙөмтәлә бик һәйбәт уңыштарға өлгәштек. Бөгөн Өфө – матур, төҙөк ҡала. Шулай булырға тейеш тә. Әлеге эш өлгөһөн башҡа ҡалаларға ла таратасаҡбыҙ, шул иҫәптән Стәрлетамаҡҡа ла. Һәм, әлбиттә, үҙ көсөбөҙгә генә ышанасаҡбыҙ.
Үҙ ҡеүәтебеҙгә иҫәп тотабыҙҠаланың тарихи өлөшөндә йәйәүлеләр өсөн төҙөлә башлаған майҙандағы эш барышы менән дә Рөстәм Хәмитов ҡәнәғәт ҡалды. “Салауат” кинотеатры, ҡаланың драма театры, “Восток” ҡунаҡханаһы һәм Киров исемендәге парк майҙаны тулыһынса төҙөкләндереләсәк. Кинотеатр артында балалар һәм йәштәр өсөн ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн урын булдырыласаҡ. Төҙөүселәр юлды ирке­нәйтәсәк, машиналарҙы ҡуйыу өсөн уңайлы урындар ҙа эшләнәсәк.
Йәштәр өсөн ойошторолған “Ҡала йыйыны-2015” байрамында республика Башлығы велосипед ярышына башланғыс бирҙе. Былтыр ҡала халҡының хәстәрлеге менән ойошторолған был сара артабан йолаға әүереләсәк, ти стәрлетамаҡтар.


Вернуться назад