Шәп егет ул Азамат!06.06.2015
Шәп егет ул Азамат! Кешелек уйлап сығарған мөғжизәләр араһында аҡлы-ҡаралы шашка майҙаны бер нисә быуат буйы кешеләрҙе ылыҡтырып, мауыҡтырғыс шөғөл, күңелле ял, көсөргәнешле спорт төрө булып һанала. Аҡыллылар һәм бөйөктәр уйыны тип йөрөтөлгән шашканы үҙ иткәндәр араһында логик фекерләгән, түҙемле һәм алдына ҡуйған маҡсатҡа ынтылыусан кешеләр күп осрай.

Һуңғы йылдарҙа спорттың ошо төрөнә ҡыҙыҡһыныу арта төштө. Рәсәйҙең Дәүләт Дума­һы депутаты Сәлиә Мырҙа­баеваның тырышлығы менән көньяҡ-көнсығыш райондарҙа шашка спортын үҫтереү буйын­са пилот проектының уңышлы эшләүе, Халыҡ-ара шашка фе­дерацияһы етәксеһе Тамара Танһыҡҡужинаның махсус әс­бап булдырыуы йәштәрҙе ошо йүнәлештә тәрбиәләүгә ҙур этәр­гес булды. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне: Баймаҡ районы­ның 2-се Төрөкмән урта мәк­тәбенең I класын тамамлаған Азамат Әх­мә­тов өмөтлө спортсы бу­лып үҫеп килә.
Шәп егет ул Азамат!Дүрт йәштән шашка менән ҡыҙыҡһынған малайҙы тәүҙә атаһы, олатаһы уйнарға өйрә­тә. Төрлө уйын йөрөштәрен йәһәт отоп алған, зиһенле һәм тырыш Азаматтың һәләтен күр­гән атаһы улы менән ныҡлап шөғөлләнергә тотона. Бала­лар­ға мәктәптә физкультура дәресенән белем биргән Азат Әхмәтовҡа Сибайҙа Тамара Танһыҡҡужина үткәргән махсус курста булырға тура килә.
– Донъя чемпионының, ба­ла­ның уйнарға теләге булһа, шашка әллә ни ҙур сығымдар талап итмәй, тигән һүҙҙәре этәргес бирҙе, – ти Азаматтың атаһы. – Курста шулай уҡ махсус китаптар таратылды, кә­рәк­ле әҙәбиәт тәҡдим ителде. Иң мөһиме – улымдың үҙенең ынтылышы булды, һәр көн мот­лаҡ бер нисә сәғәт дауамында шашка уйнаныҡ. Олатаһын, дуҫ­тарын, беҙгә килгән ҡунаҡ­тарҙы һәр саҡ еңә торғайны.
Район буйынса – II, Урал аръяғы кубогы өсөн – I, Ишембай ҡалаһында уҙған Башҡорт­остан беренселегендә – I һәм Рәсәй буйынса III урындарҙы яулаған Азамат Әхмәтовтың уңыштары бының менән генә сикләнмәйәсәге көн кеүек асыҡ. Яҙғы каникул ваҡытында ул Кострома ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй шашка буйынса ярышта ҡатнашып, ҡырҡтан ашыу спорт­сы араһында ла һынат­май.
– Спортсыны шашка серҙә­ре­нә өйрәтеү менән бер рәттән, уны психологик яҡтан да әҙер­ләү мотлаҡ, – ти тренеры Азат Әкрәм улы. – Турнирҙа дәғүә­сең менән ос­рашҡан саҡта үҙеңде тыныс тотоу, ихтыяр көсөнөң ныҡ булыуы кәрәк. Беҙҙең ауылда тыуып үҫкән­легебеҙ ҙә, нин­дәй­ҙер күре­некле тренерҙар­ҙан дәрестәр алмауыбыҙ ҙа күренеп тора. Күп осраҡта дәғүәсе үҙ-үҙенә ышанып, “мин һине барыбер еңәм” тигән ҡиәфәттә килеп ултырып та, еңмәүе бар. Шунлыҡтан мин улымды бары­һына әҙер бу­лыр­ға, еңелә икән, ауыр кисер­мәҫ­кә кәрәклеген аңлатып торам. Шаш­ка – һал­ҡын ҡанлы­лар, аҡыл­лы­лар уйыны. Унда эмо­ция­ларға би­ре­лергә ярамай.
Ярыштарға йыш йөрөүе сә­бәпле, Азаматтың дәрестәре лә күп ҡала. Әммә малай ба­рыһына ла өлгөрөргә һәм һы­нат­маҫҡа тырыша. Класс етәк­сеһе Гөлсибәр Абдуллина уҡыу­сыһының тырышып уҡыуы хаҡында белдерҙе. “Беҙ Азамат менән ғорурланабыҙ һәм уға ышанабыҙ!” – тине ул.
Әйткәндәй, Азаматтың алты йәшлек һеңлеһе Айгүзәл дә аға­һы кеүек шашка уйнарға ярата. Балалар баҡсаһы тәр­биә­ләнеүселәре араһында тө­бәк ярышында I урын яуларға ла өлгөргән. Азат Әхмәтов ки­лә­сәктә ҡыҙы менән дә шөғөлләнергә уйлай.






Вернуться назад