Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм республиканың Мотофедерация президенты Николай Красников Башҡортостандың легендар спортсыһы, боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя һәм Европа чемпионы, мотоуҙыш, спидвей һәм мотокросс буйынса СССР һәм РСФСР чемпионаттары һәм спартакиадаларында 23 тапҡыр еңгән Борис Самородовҡа боҙҙа мотоуҙыш буйынса 47-се донъя чемпионатының икенсе финалын асыу тантанаһында “Нива-Шевроле” автомобиле асҡысын тапшырҙы.
80 йәшен тултырған оло шәхестең мотоспорттағы ҡаҙанышы Рәсәй һәм Башҡортостан Мотофедерацияһының дипломдары һәм ҡиммәтле бүләк менән баһаланды.
Борис Александрович юбилейын көҙ көнө үк билдәләһә лә, бүләкләү февралдә “Төҙөүсе” стадионында үткәрелде. Меңдәрсә тамашасы, боҙ майҙанында беренселекте яулаған осорҙарын хәтерләп, Самородовты көслө алҡыштарға күмде.
“Башинформ”.