Әйҙә, сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!15.02.2012
Ял көндәрендә Башҡортостанда “Рәсәйҙең саңғы юлы-2012” ярышы ойошторолдо. Быйылғы сара Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Салауат, Күмертау, Белорет, Туймазы һәм Сибай ҡалаларында үтте.
Баш ҡалалағы ярышта халыҡ айырыуса күп булды. Өфө районының саңғысылары Авдон ауылында йыйылды. Алыш ҡыҙыу барҙы. I – VI класс уҡыусылары араһында Михайловка мәктәбенән Максим Решетников, Авдондан Дарина Ғилметдинова иң етеҙҙәре булып танылды. VII – XI кластарҙан михайловкаларға тиңләшеүсе юҡ ине – Айҙар Нурғәлиев менән Альмира Зәйҙуллина финиш һыҙығына беренсе булып килде.
Саңғыға баҫыусылар артҡандан-арта. Киләһе шәмбе төрлө ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, коллективтар уҙышҡа сығасаҡ. Октябрьский ҡалаһы үҫмерҙәре зона ярыштарында ҡатнашасаҡ. 19 февралдә иһә ғаиләләр старт аласаҡ.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад