Денисты һынау көтә13.05.2015
Спорт яратыусылар араһында танылған боксер, башҡорт егете Денис Шафиҡовты белмәгәндәр юҡтыр. Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында тыуған милләттәшебеҙ әле Мейәс ҡалаһында йәшәй.
18 июлдә Макаола Денис Шафиҡов Америка боксеры Микки Бей менән донъя чем­пионы титулы өсөн алыш­ҡа сыға­саҡ. Әйткәндәй, Микки – бай тәжри­бә­ле боксер. Хат­та бер мәл допинг ҡул­ла­ныу­ҙа ғәйепләнеп, ярышта ҡатнашыуҙан мәхрүм ителә.
– Шафиҡов – ысын чемпион, юғары титулды яулая­сағына ҙур өмөт бағлайбыҙ. Ул – Рәсәйҙең иң көслө бок­серҙарының береһе, – ти ярышты ойоштороусылар.



Вернуться назад