Тағы өлгө күрһәтәбеҙ26.11.2011
15 – 16 декабрҙә Өфөлә социаль туризм мәсьәләләре буйынса беренсе Бөтә Рәсәй форумы буласаҡ.
Тәҡдим Президент Рөстәм Хәмитов исеменә алдан уҡ килгәйне һәм республика башлығы уны хупланы, сөнки Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһында ошо проектты ғәмәлгә ашырған берҙән-бер төбәк. Рәсәйҙең спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте буйынса федераль агентлығы етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Михеев белдереүенсә, Башҡортостан бөтә талаптарға ла яуап биргән туристик продукт тәҡдим итә, уртаҡлашыр тәжрибәһе байтаҡ. Тупланған белемде артабан камиллаштырырға кәрәк.
БЕЛЕШМӘ: Башҡортостан Республикаһында социаль туризмды үҫтереү программаһы республика башлығы Рөстәм Хәмитов башланғысы менән быйыл булдырылды. Уны тормошҡа ашырыуға бюджеттан 36,9 миллион һум аҡса бүленде. Хаҡлы ялдағылар һәм инвалидтарҙың ялын ойоштороу өсөн 3 мең турға путевка һатып алынды.
Программаға ярашлы, туристик путевкаларҙың тулы хаҡының 70 процент самаһы (әммә сумма бер путевкаға 11 100 һумдан артмаҫҡа тейеш) льготаға хоҡуҡлы граждандарға субсидия рәүешендә бирелә.
Юлламаларҙың дөйөм һанының 60 проценты – Башҡортостан, 30 проценты – Рәсәй һәм 10 проценты сит илдәрҙә ял итеүселәргә тәғәйенләнгән.