Ҡыуандырҙың, Красников!14.02.2012
Ҡыуандырҙың, Красников!Донъя чемпионатынан репортаж
Өфөнөң “Төҙөүсе” стадионына халыҡ ағыла ла ағыла. Сөнки бына-бына боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса Ғабдрахман Ҡадиров иҫтәлегенә 47-cе шәхси донъя чемпионатының икенсе финалы башланасаҡ. Австрия, Польша, Нидерландтар, Германия, Швеция, Чехия, Финляндия, Рәсәйҙән береһенән-береһе таһыллы 18 спортсы көс һынашасаҡ.
Бына чемпионаттың тәүге уҙышын башлаусылар иғлан ителде: Харальд Симон (Австрия), Матс Ярф (Финляндия), Сергей Карачинцев (Рәсәй, Тольятти), Эдуард Крысов (Стәрлетамаҡ, ”Каустик”). Егеттәр барыһы ла “ҡорос аттарында” старт һыҙығына баҫты. Тик нишләптер Крысов мыштырлай. Ана, уның мотоциклын этеп маташалар! Тимәк, ҡыҙмай! Барса халыҡ борсолоп уны көтә. Инде комментаторҙың тауышы яңғырай: 15 секунд ҡына ҡалды. Өлгөрмәһә? Ниһайәт, бер нисә секунд ҡына ҡалғас, Крысов урынынан атылды. Башланды. “Тимер аттар” үкереп алға ынтылды. Тәгәрмәс аҫтарынан тирә-яҡҡа боҙ ярсыҡтары сәсрәй.
Ҡыуандырҙың, Красников!Мотоуҙыш иң хәүефле спорт төрҙәренән һанала. Көҙгөләй ялтыр боҙҙа нимә булырын алдан күҙаллау мөмкин дә түгел. Ун туғыҙынсы уҙышта көйәрмәндәр көтөлмәгән хәлдең шаһиты булды. Тәүҙә Швеция спортсыһы Стефан Свенссон осоп барып төшһә, шул уҡ урында күп тапҡыр донъя чемпионы, Ғ. Ҡадиров исемендәге Өфө техник спорт төрҙәре үҙәгенән Николай Красников та уңайһыҙ хәлгә тарыны.
Чемпионатта егерме уҙыш буйынса иң күп мәрәй йыйған һигеҙ спортсы ике ярымфиналда ҡатнашыу хоҡуғын ала. Артабан һәр ярымфиналда еңгән икәү финалға үтә.
Финалда финиш һыҙығын беренсе булып Николай Красников үтте, икенсе – Дмитрий Хомицевич (Тольятти), өсөнсө – Дмитрий Крысов. Ә бына яҡташыбыҙ Дмитрий Колтаковҡа уңыш йылмайманы.
Чемпионаттың икенсе көнөн көйәрмәндәр айырыуса көтөп алды. Даниил Иванов (Тольятти) ни хәлдә? Бөгөн булырмы? Кисә егетте иҫен юғалтҡан хәлдә “ашығыс ярҙам” машинаһында алып киткәйнеләр. Ниһайәт, комментатор уның йәнә алышҡа сығасағын иғлан иткәс, барыһы ла еңел һулап ҡуйҙы. Баш мейеһе һелкенеү сәбәпле, врачтар ҡәтғи тыйыуға ҡарамаҫтан, егет мотоциклын үкертеп стартҡа килеп тә баҫты. Кисәге осоуҙан һуң аяғын ун биш урындан текһәләр ҙә, Колтаков та һыр бирмәй. Ә бына Швеция егете Стефан Свенссон ярышҡа сыға алманы. Уның урынына Дмитрий Буланкин (Өфө) ҡуйылды.
Тәүге ярымфиналда Николай Красников, уның уҡыусыһы Дмитрий Колтаков, икенсеһендә Даниил Иванов менән Дмитрий Хомицевичҡа тиңләшеүсе булманы.
Финал! Чемпионаттың төп бүләге кемгә эләгер? Бығаса гел беренсе килгән легендар Красников Хомицевичтан саҡ ҡына арттараҡ ҡалды! Майҙан гөж килә! Коля, Коля! Әйҙә! Көйәрмәндәрҙең дәртләндереүе әллә көс-ҡеүәт бирҙеме – икенсе әйләнештә Өфө егете дәғүәсеһен уҙып та китте! Шулай итеп, Ғабдрахман Ҡадиров иҫтәлегенә үткәрелгән чемпионаттың төп бүләге – Красниковта! Афарин, ҡыуандырҙың! Дмитрий Хомицевич – икенсе, Даниил Иванов өсөнсө урынға сыҡты.
Егеттәрҙе 17–18 мартта Нидерландтарҙа үтәсәк чемпионаттың өсөнсө финалы көтә.
Венер ИСХАҠОВ


Вернуться назад