Яңы еңеүҙәр көтәбеҙ17.04.2015
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов XVIII ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында Рәсәй данын яҡлап сығыш яһаған спортсы яҡташтарыбыҙ менән осрашты.
Һигеҙ йыллыҡ “тәнәфес”тән һуң быйыл тергеҙелгән Сурдлимпиаданың тау саңғыһы буйынса ярыштары, әйткәндәй, Әбйәлил районында урынлашҡан «Металлург-Магнитогорск» үҙәгендә үткәйне. Тренерҙар Андрей Василевский һәм Вячеслав Шевнин етәкселегендәге Рәсәй йыйылма командаһы составында Өфөнән һигеҙ хоккейсы – Константин Гамаюров, Павел Евтушенко, Сергей Кикин, Вячеслав Сидоров, Станислав Хәкимов, Станислав Ильичев, Сергей Юшкин һәм Дмитрий Ядрышников – Ханты-Мансиҙағы уйындарҙа алтын миҙал яуланы.
– Һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәм. Лайыҡлы сығыш яһанығыҙ, афарин! Ҡотлайым! – тине Рөстәм Хәмитов.
Артабан төбәк етәксеһе республикала физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөү, спортты үҫтереү һәм йәш быуынды мөмкин тиклем уға ылыҡтырыу өсөн эшләнгән сараларҙы барланы, ҡала һәм райондарҙа яңы хоккей майҙансыҡтары барлыҡҡа килеүен иғтибарға алды. Рөстәм Хәмитовтың билдәләүенсә, 2011 йылда раҫланған ҡарарға ярашлы, алтын миҙал яулаусыларға һәм уларҙың тренерҙарына матди бүләк тапшырыласаҡ.
Шайбалы хоккей буйынса илдең йыйылма командаһы тренеры Вячеслав Шевнин республикала һаңғырауҙар спорты торошо хаҡында һөйләне, ә өлкән тренер Андрей Василевский Башҡортостан спортсыларының Сурдлимпия уйындарында күрһәткән һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
– Ханты-Мансиҙағы стадиондар көйәрмәндәребеҙ менән тулы булды, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты хоккей командаһының капитаны Станислав Ильичев. – Иң мөһиме – еңеүгә өлгәштек.
Тау саңғыһы спорты буйынса Башҡортостан йыйылма командаһының өлкән тренеры Олег Иванов спортсыларҙы әҙерләү тураһында һөйләне.
Республика етәксеһе киләсәктә Өфөнөң Дим биҫтәһендә Сурдлимпия спортсылары йыл әйләнәһенә шөғөлләнә алһын өсөн яһалма боҙ майҙансығы төҙөлә башлаясағын хәбәр итте.
– Әлегә нимә бар, шуны файҙаланырға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Туймазыла, Учалыла яһалма боҙ майҙансыҡтары барлыҡҡа килде, Саҡмағошта ла төҙөлөш бара. Ғөмүмән, күнекмәләр үткәрергә урын бар.
Һуңғы 10 йылда Башҡортостан спортсылары йәйге һәм ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында биш тапҡыр ҡатнашҡан һәм 38 миҙал – 18 алтын, 10 көмөш һәм 10 бронза – яулаған.