Исемдәрен аҡлайҙармы?08.04.2015
Исемдәрен аҡлайҙармы? Спорт төрҙәренең иң популяры хоккейҙыр, моғайын. “Ҡурҡаҡтар ғына хоккей уйнамай” тигән һүҙҙәрҙе ҡеүәтләгәндәй, күп малайҙарҙың хыялына әйләнгән сәмле көс һынашыу ул. Яратҡан командаһы сығыш яһағанда көйәрмәндәр, ҡырҡ эшен ҡырҡ яҡҡа ташлап булһа ла, “зәңгәр экран”ға баға.

Беҙҙең дә милли геройыбыҙҙың исемен йөрөткән ғорурлығыбыҙ — “Салауат Юлаев” хоккей командаһы бар. 2007—2010 йылдарҙа илебеҙҙең 24 командаһы араһында иң күп, йәғни 129 мәрәй туплауға өлгәшкән командабыҙ беренсе урында килде. Ил чемпионы ла булды, Гагарин кубогын да яулауға өлгәште. 2010 – 2011 йылда 23 команда араһында 109 мәрәй менән икенсе урынға ҡалһа, артабан һөҙөмтә йылдан-йыл артҡа тәгәрәне. В. Юрзинов етәкләй башлағас, ике йыл рәттән 88 һәм 94 мәрәй менән хушһындылар, ә быйылғы уйында, бөтөнләй аптыратып, көйәрмәндәрен ысын мәғәнәһендә ауырыуға һабыштырҙылар. Шулай булмай ни! Чемпионат тамамланыуға ике генә уйын ҡалған ваҡытта 28 команда араһында үткән 58 уйында төп ваҡытта 23 кенә еңеүгә өлгәшеп, 174 мөмкинлектән 80 мәрәй менән дөйөм 15-се урында булһаҡ, үҙебеҙҙең Чернышов дивизионында 7-се урында, йәғни упҡын ситендә, урынлаштыҡ. Команданың аныҡ тактикаһы ла һиҙелмәй, системалы уйын да юҡ, уйынсылар штраф эскәмйәһенән сыҡмай. Күпселекте лә һирәк файҙаланабыҙ, хатта ҡайһы берҙә уйынсыларыбыҙ юрамал ҡыланған һымаҡ тойола, юғиһә 3:0 иҫәбе менән еңеп килгән матчта нисек отолмаҡ кәрәк? Ҡапҡасылар ҙа ҡыуандырмай.
КХЛ беренселегендә абруй яулаған командаға нимә булды? Уйланырға һәм һығымта яһарға урын етерлек. Тап төшмәҫкә тейешле был изге исем үҙе үк алға әйҙәп тора. Тик түбән тәгәрәгән командабыҙ көйәрмәндәр ышанысын да, йөрөткән оло атамаһын да аҡламай, минеңсә.
Төп сәбәп уйынсыларҙы ситтән һатып алыу­ҙалыр кеүек. Ә улары, бер-бер хәл була ҡалһа, икенсе клубтарға күсә лә китә. Шуның өсөн фәҡәт үҙебеҙҙең ерлектә һәм тик Салауат тоҡомдарынан ғына алмаш үҫтереп, туплап, үҙебеҙҙең тренерҙарҙы тәғәйенләп, ысын мәғәнәһендә халыҡ командаһын ойоштороу — көнүҙәк мәсьәлә.
Бәлки, еңгән өсөн эш хаҡтарын 10 процентҡа арттырыу һәм еңелгән өсөн 10 процентҡа кәметеү үҙе һөҙөмтәгә өлгәшеү стимулы булмаҫмы икән тигән фекерҙәмен.






Вернуться назад