Тәжрибә лә кәрәк07.04.2015
Сурдлимпия уйындарының Әбйәлил районында үткән Магнитогорск этабы тамамланғандан һуң, Башҡортостандың спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Андрей Иванюта республика спортсыларының сығышына юғары баһа бирҙе.

Министр билдәләүенсә, Башҡортостан саңғысылары еңеү яулау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләне.
– Ярыштар этабы тамамланды. Спортсыларыбыҙ, тәүге тиҫтәгә эләкмәһә лә, алға табан ҙур аҙым яһаны, – тине Андрей Иванюта. – Бындай уйындарҙа ҡатнашыу бик файҙалы. Физик яҡтан уларҙың әҙерлеге яҡшы. Хәҙер тәжрибә лә тупланылар. Рәсәйҙең йыйылма командаһы ла, республика спортсылары ла бөтөн мөмкинлекте файҙаланды. Афариндар!






Вернуться назад