“Мораҙым”, “Кугарчинские вести” район гәзиттәре призына 11-се йыл үткәрелгән ярыш халыҡ тарафынан көтөп алынды. Төрлө һөнәр эйәләрен, волейболсыларҙы, шахматсыларҙы бергә туплаған сараның тантаналы өлөшөн редакция-нәшриәт комплексы директоры Альбина Ладыженко асты.
Көйәрмәндәр район хакимиәте, уның мәғариф бүлеге идаралығы, үҙәк дауахана хеҙмәткәрҙәре уйынын айырыуса ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Тап улар ҡатнаш командалар араһында еңеүсе тип танылды ла. Ярышта быйыл беренсегә ҡатнашҡан Түбәнге Бикҡужа ауыл биләмәһе, Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы, 84-се янғын һүндереү часы вәкилдәренә финалға сығыр өсөн бер нисә генә мәрәй етмәне. Һәр хәлдә, улар яҡшы уйын күрһәтә алды һәм киләһе йылға ныҡлы әҙерләнәсәктәре тураһында белдерҙе.
![Аҡһаҡалдың килеүе – үҙе бер мәртәбә Аҡһаҡалдың килеүе – үҙе бер мәртәбә](https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2015-04/thumbs/1428063291__dsc6419.jpg)
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Мораҡтан “Даешь, молодежь!” командаһына етеүсе булманы. Район дауаханаһы менән Исем ауылы вәкилдәре иһә икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлеште. Биләмәләр араһында Мораҡ спортсыларына тиңләшеүсе булманы. Иң яҡшы уйынсылар тип Наталья Шкилева, Рузилә Вәхитова, Әлиә Нурмөхәмәтова, Рита Ғүмәрова, Илгиз Һөйәрғолов, Вячеслав Әбделмәнев, Сергей Шаев, Николай Игнатьев, Илшат Ибраһимов билдәләнде.
![Аҡһаҡалдың килеүе – үҙе бер мәртәбә Аҡһаҡалдың килеүе – үҙе бер мәртәбә](https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2015-04/thumbs/1428063273__dsc6477.jpg)
Шахматсылар Мораҡ башҡорт гимназияһында көс һынашты. Уйында 50-нән ашыу кеше ҡатнашты. Шуныһы ҡыуаныслы: был спорт төрөн балалар ҙа, өлкәндәр ҙә үҙ итә. Ярышҡа һикһәнде уҙған Фәрит Абдуллин, Азат Ялмәмбәтов, Олег Галянкиндың килеүе – үҙе бер мәртәбә. Уҡыусыларҙан Аделина Сиражетдинова, Гүзәл Айытҡолова тәүге урындарҙы яуланы.
Еңеүселәргә бағыусылар иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.