Яҡты иҫтәлекте яңырттыҡ04.04.2015
Яҡты иҫтәлекте яңырттыҡ Яҡташыбыҙ, 2000 йылда Баренц диңгеҙендә һәләкәткә осраған “Курск” атом һыу аҫты кәмәһе мичманы Фәнис Ишморатовтың иҫтәлегенә милли көрәш буйынса район беренселеге үтте.

Ул көндө ҡаланың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексы алды һабантуй майҙанын хәтерләтте. Көс һынашырға төбәктең белем усаҡтарынан бик күп батырҙар килгәйне. Бәйгене асыу тантанаһы моңһоу төҫ алды.
Йәшләй ғүмере өҙөлгән мичмандың атаһы Әбделмалик Ишморатовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Фәнис бәләкәйҙән көрәш менән шөғөлләнгән, дуҫтарын да спортҡа йәлеп иткән.
Көрәш бик ҡыҙыу барҙы. Һөҙөмтәлә 40 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә беренсе урынды Юлыҡ ауылы арыҫланы Риф Әҙеһәмов алһа, башҡа төркөмдәрҙә Темәс егете Филүс Әбсәләмовҡа, Икенсе Этҡолдан Дим Абдуллинға, Сәйғә­фәр­ҙән Булат Ласыновҡа, Икенсе Этҡолдан Илгиз Иҫәнғужинға, Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыһы Раил Абдуллинға, Таулыҡайҙан Айнур Исхаҡовҡа тиңләшеүсе табылманы.
Батырҙарҙы район хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Илдус Зәйнуллин ҡотланы һәм уларға бағыусы­ларҙың бүләктәрен тапшырҙы. Ишморатовтар ғаиләһе лә көрәшселәрҙе үҙ күстәнәсе менән һөйөндөрҙө.

И. ВӘЛИТОВ,
Баймаҡ балалар-үҫмерҙәр
спорт мәктәбе директоры урынбаҫары.


Вернуться назад