Юғары хоккей лигаһында уйнаған Нефтекаманың “Торос” командаһы ярымфиналдағы дәғәүәсеһен – Ҡарағанданың “Һары арҡа”һын – дүртенсе уйында 2:0 иҫәбе менән ҡыйратты. Һөҙөмтәлә рәттән дүрт еңеү яулап, “плей-офф”тың һуңғы этабына сыҡты.Серияның һәр осрашыуы көсөргәнешле үтте. Нимә генә тиһәң дә, “Һары арҡа” Юғары хоккей лигаһының төп бүләге “Братина кубогы”ның ғәмәлдәге хужаһы һәм быйылғы миҙгел беренселегенең еңеүсеһе бит. Заманында төп трофейҙы ике тапҡыр хаҡлы яулаған “Торос” егеттәре лә юғалып ҡалғандарҙан түгеллеген күрһәтте. Улар тәүге ике еңеүгә сит боҙҙа өлгәшкәйне, аҙаҡ көс-ҡеүәтен үҙ майҙанында йәнә иҫбатланы. Егеттәребеҙгә финал уйындарында ла уңыштар теләйек!