Гәзитебеҙҙең үткән һанында хәбәр итеүебеҙсә, әле Әбйәлил районы биләмәһендә XVIII ҡышҡы Сурдлимпия уйындары бара.
27 мартта старт алып, 5 апрелгә тиклем дауам итәсәк сараның төп өлөшө Ханты-Манси Республикаһының спорт объекттарында башланғайны. Программаға ингән тау саңғыһы, сноуборд, саңғы ярышы, керлинг буйынса уҙыш әле “Металлург-Магнитогорск” тау саңғыһы үҙәгендә бара.
Сурдлимпия – һаңғырау кешеләр араһында үткәрелгән ярыш. Уның төп маҡсаты – ишетеү һәләтенән мәхрүм кешеләргә үҙен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп тойоуға, уларҙы спортҡа, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуға булышлыҡ итеү. Йәйге һәм ҡышҡы Сурдлимпия уйындары дүрт йылға бер тапҡыр ойошторола. Рәсәй был бәйгелә 1971 йылдан ҡатнаша башлай.
Әлеге ярышҡа 19 илдән 450-гә яҡын спортсы килгән. Шул иҫәптән Башҡортостандан ике спорт төрө буйынса 11 кеше көсөн һынай. Дүшәмбе көндө спортсылар өсөн күнекмәләр үткәрелде, улар тау саңғыһы юлы менән танышты. Кисә улар тәүге уҙышҡа сыҡты.
Зеленая поляна ауылы янындағы “Металлург-Магнитогорск” тау саңғыһы үҙәгенә халыҡ иртәнсәк үк ағыла башланы. Һәр кем тәүге тапҡыр үткән ярышты асыу тантанаһында ҡатнашыу, төрлө илдән килгән спортсыларҙы сәләмләү, уларҙы яҡындан күреү теләге менән яна ине.
Ҡунаҡтар тәүҙә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге тарафынан әҙерләнгән Башҡорт йорто һәм Силәбе өлкәһенең Урыҫ ихатаһы менән танышты. Улар халҡыбыҙҙың милли ризығы буҙанан, сәк-сәктән ауыҙ итте, урыҫ мейесендә күпереп бешкән икмәкте тәмләп ҡараны. Ҡунаҡтарҙа айырыуса башҡорттоң милли кейеме, аш-һыуы, йылы, йомшаҡ быймалары, төрлө йәнлек тиреләре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ә инде Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙарының дәртле йырҙары, һалҡын көнгә йылылыҡ өҫтәп, кәйефте тағы ла күтәреп ебәрҙе. Урыҫ ихатаһындағы тимерселек шөғөлөнөң үҙенсәлектәре сағылдырылған, ҡатын-ҡыҙҙың ҡул эштәре ҡуйылған күргәҙмә лә ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.
Сараның рәсми өлөшөндә Рәсәй Сурдлимпия комитеты рәйесе Александр Романцев, Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский, республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Сәхнәлә башҡорт халыҡ бейеүҙәре, ҡурай моңо менән бер рәттән урыҫ, казак йырҙары яңғыраны.
Сығыш яһағандарҙың барыһы ла уйынға әҙерлектең юғары кимәлдә башҡарылғанын билдәләне, Әбйәлилдең саф һауаһы һәм бейек тауҙары спортсыларға дәрт һәм сәм, яңы еңеүҙәргә этәргес биреренә ышаныс белдерҙе. XVIII ҡышҡы Сурдлимпия уйынының факелын алып килгән Наталья Дроздованың (дзюдо буйынса Сурдлимпия чемпионы) “Ысынында факел бик ауыр. Уны төшөрөп ебәрмәһәм ярар ине тип ҡурҡҡайным. Ләкин беҙҙе ҡаршылаған кешеләрҙең көләс йөҙөн күреп, уның ауырлығы шундуҡ онотолдо” тигән һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел.
Изгелек һәм ихласлыҡ телһеҙҙәрҙе һөйләштерә, һаңғырауҙарҙы ишеттерә ала, тигән бер аҡыл эйәһе. Ысынлап та, шулайҙыр. Телде белмәһәләр ҙә, көй-моңдо ишетмәһәләр ҙә, спортсыларҙың бергәләп бейеүе, сабыйҙарса ихлас ҡыуаныуы уйындың юғары кимәлдә үтеренә, көслө рухлыларҙың яҙмыш һынауын тағы бер тапҡыр йырып сығырына ныҡлы инандырҙы.
Ярышта айырыуса япон һәм француз спортсылары әүҙемлеге, ихласлығы менән айырылып торҙо.
– Беҙҙең илдекеләр бындай сарала һигеҙенсе тапҡыр ҡатнаша, – тине тренерҙары Тахсутихо Авано. – Һәр саҡ уңышҡа өлгәшәбеҙ. Беҙҙекеләр был юлы ла һынатмаҫ тип ышанам. Тәбиғәтегеҙ шул ҡәҙәр матур, халҡығыҙ ихлас.
Хәйер, беҙҙең Рәсәй спортсылары ла һәр саҡ еңеүгә өлгәшә, алтын миҙалдар яулай. Улар ҙа һынатмаҫ!