Туғыҙ көндә — туғыҙ “алтын”31.03.2015
Костромала урыҫ шашкаһы һәм халыҡ-ара шашка буйынса егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында Рәсәй беренселеге тамамланды.

Урыҫ шашкаһы буйынса ярышта — 14 йәшкә тиклемгеләр, халыҡ-ара шашкала унан өлкәнерәктәр араһында иң көслөләр билдәләнде. Башҡортостан спортсылары туғыҙ алтын, һигеҙ көмөш һәм дүрт бронза миҙал яуланы. Туғыҙ көн буйы дауам иткән турнирҙа Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу төбә­генән 300 самаһы йәш шашкасы ҡатнашты.
Башҡортостандан Костромаға 19 спорт­сы, шул иҫәптән бер спорт мастеры, 11 спорт мастерлығына кандидат юллан­ғайны. Улар — Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Баймаҡ ҡалаларынан, Баймаҡ районынан. Урыҫ шашкаһында “Һигеҙ йәшкә тиклемге ҡыҙҙар” төркөмөндә көс һынашҡан Руфина Таулыҡаева блицтағы һәм рапидтағы көмөш миҙалдарға өҫтәп классик программала “алтын” да алды. Былтыр Рәсәй беренселегендә ул көмөш миҙалға лайыҡ булғайны.
Халыҡ-ара шашкала беҙҙекеләр һигеҙ алтын, алты көмөш һәм дүрт бронза миҙал яуланы.



Вернуться назад