Өфөлә – донъя чемпионаты!10.02.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы, ошо көндәрҙә мотоциклда уҙышыу буйынса шәхси донъя чемпионаты финалы үтәсәк.
Шул айҡанлы Өфөгә халыҡ-ара жюри составы, журналистар һәм фотохәбәрселәр килде.
Чемпионатты ойоштороу һәм үткәреү комитеты составында – 11 кеше. Рәйесе итеп Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов тәғәйенләнгән.