Йәштәр майҙан тота17.03.2015
Салауат ҡалаһында “Алтын шайба” Бөтә Рәсәй йәш хоккейсылар турнирының округ этабы уйындары башланды. Ярыштарҙа Волга буйы федераль округы төбәктәренән иң өлкән төркөм спортсылары ҡатнаша.
Ярыш башында “Салауат” спорт-концерт комплексы майҙансығында турнирҙы асыу тантанаһы үтте. Спорт байрамында ҡатнашыусыларҙы, тренерҙарҙы, тамашасыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ҡала хакимиәте вәкилдәре сәләмләне.
Анатолий Тарасов исемендәге “Алтын шайба” Бөтә Рәсәй йәш хоккейсылар турнирының округ этабы Салауатта икенсе йыл рәттән үткәрелә. Хакимиәт вәкилдәре билдәләүенсә, турнир — тәү сиратта ышаныс күрһәткесе. Бында Волга буйынан спортсыларҙы ихлас ҡабул иттеләр, улар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырҙылар.
Тантананан һуң тәүге һайлап алыу матчы уҙғарылды. Хоккей буйынса ярыш 19 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Башҡортостан, Мари Иле, Мордовия, Татарстан, Удмурт һәм Сыуаш республикалары, Пермь крайы, Ульяновск, Киров, Түбәнге Новгород, Ырымбур, Һамар, Һарытау өлкәләренән төбәк турнирҙарында еңеп сыҡҡан 13 команда 42 уйын үткәрәсәк. Ярыштың еңеүсеһе 19 марттағы финал уйынында асыҡланырға тейеш. Ул 18 – 27 апрелдә Тольяттиҙа уҙғарылған Бөтә Рәсәй ярыштарында Волга буйы федераль округы исеменән сығыш яһаясаҡ.