Республикала ғына түгел, ил кимәлендә лә шашка хаҡында һүҙ сыҡһа, уйҙар тәү сиратта Ишембайға барып тоташа. Эйе, нисәмә чемпион, спорт мастеры тәрбиәләгән был ҡала. Тамара Танһыҡҡужинаны ғына алып ҡарайыҡ! Шуныһы һөйөнөслө: быуындар алмашыныуына ҡарамаҫтан, Ишембай һаман да чемпиондар мәктәбе булып ҡала. Тимәк, йола ныҡлы!Ҡаланың Зәки Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназия-интернатын был йәһәттән айырым телгә алыу мотлаҡ, сөнки еңеүҙәрҙең күбеһе нәҡ ошо белем усағы уҡыусылары иҫәбенә тура килә. Хәйер, уҡыу йорто бар яҡлап та өлгөлө: республика үҫешенә үҙ өлөшөн индергән нисәмә абруйлы шәхес тәрбиәләнгән бында! Шашка буйынса бихисап исем һәм еңеүҙәр яулап өлгөргән Руфина Әйүпова нәҡ ошо абруйлы гимназияның X класында белем ала.
Сатраш уйыны менән тырыш ҡыҙ мәктәпкә аяҡ баҫҡас та шөғөлләнә башлай. Шашка уйнарға башта Ирек Ғәтиәтуллин өйрәтә, аҙаҡ Александр Мельников, Владимир Мильшиндар мәктәбендә тәрбиәләнә. Һәүәҫкәр булараҡ ҡына башлаған шөғөлө бөгөн бихисап һөҙөмтәләр килтергән дә инде. Руфина – шашка буйынса спорт мастерлығына кандидат, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Еңеүҙәргә килгәндә, 2012 йылда ул Халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы була, шул уҡ йылда әлеге йүнәлеш буйынса Европа чемпионы исемен ала, элекке йыл һуңғы уңышын йәнә ҡабатлай… Әлбиттә, исемлекте артабан да дауам итергә була, сатрашсы ҡыҙҙың ил, республика кимәлендәге еңеүҙәре байтаҡ.
Шашка уйнарға яратһа ла, Руфина киләсәктә табип булырға хыяллана. Теүәл фәндәрҙән яҡшы өлгәшеүе — быға асыҡ дәлил. Мәҫәлән, былтыр ул химия буйынса район кимәлендәге олимпиадала беренсе урын яулаған. Бар яҡлап та тырыш һәм өлгөлө ҡыҙ — Башҡортостан Президенты стипендиаты ла.