Көньяҡ Уралдағы туризм тарихында тәүге тапҡыр коляскалы инвалид Ирәмәл тауы түбәһенә күтәрелде.Өфөнән Александр Никишкин ингән төркөмдә шулай уҡ “Социум” турфирмаһы директоры Әлфирә Әхмәтшина, В.Л. Засов исемендәге хәйриә фонды менеджеры Гөлнара Сәхибзадаева, “Ирәмәл” тәбиғәт паркы хеҙмәткәре Сергей Сиротин да бар ине. Сәфәрҙә Чесноковка балалар йортонда тәрбиәләнгән 16 йәшлек Гөлнара Әхмәтова ла ҡатнашты.
Башта Александрҙың Ирәмәлгә саңғылы санала артылыуы күҙалланһа, көндәр йылы тороу сәбәпле, һуңыраҡ уны һауа тултырылған катамаранға ултыртырға ҡарар ителде. Егет битләү буйлап һуҙылған яндауырҙар ярҙамында тау түбәһенә менде.
Был сара 16 – 20 мартта уҙғарыласаҡ “Барыһы өсөн дә асыҡ Ирәмәл” спорт фестиваленә арнала. Ошо осорҙа Өфө, Екатеринбург, Силәбе, Магнитогорск һәм башҡа ҡалалар инвалидтары тауға үрләйәсәк.