“Салауат Юлаев” халыҡ командаһына әүереләсәк10.03.2015
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Спорт-Экспресс”ҡа интервьюһында Башҡортостан клубын, тотош республика хоккейын үҫтереүҙең яңы йүнәлеше хаҡында һөйләне.

Атап әйткәндә, Рөстәм Хәмитов 11 — 12 мартта яңы генераль бағыусы — “Башнефть” компанияһы — менән килешеүгә ҡул ҡуйыласағын, республикала хоккейға бәйле хәлдең ентекле тикшереләсәген билдәләне.
– Әүәлге бағыусы бүлгән аҡсаның ниндәй дәрәжәлә һөҙөмтәле тотонолғанын күрербеҙ. Артабан инде биләгән урындарҙы кире ҡайтарыуға йүнәлтелгән эште башлаясаҡбыҙ, — тине ул.
Был турала ентекле мәғлүмәт республика Башлығының сайтында бирелгән.



Әйткәндәй, “Металлург”ка ҡаршы бишенсе матчта 1:3 иҫәбенә еңелеп, юлаевсылар плей-офтан төшөп ҡалды.



Вернуться назад