Хәбәр итеүебеҙсә, ете егеттән торған саңғысылар төркөмө Баймаҡ – Өфө йүнәлешендәге сәйәхәтен лайыҡлы тамамланы. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған акцияла ҡатнашыусылар республиканың бер нисә районы аша 400 саҡрым ара уҙҙы.Саңғысыларҙы ҡаршы алыу тантанаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 1971–1985 йылдарҙағы мәғариф министры Сабир Йыһаншин:
– Ҡышҡы көндә 25-50 саҡрым юл үтергә баҙнат итеүҙәре менән улар йәш быуын өсөн күркәм өлгө булып тора. Егеттәрҙең илһөйәрлек хисенә сикһеҙ һоҡланам, башҡаларға үрнәк итеп ҡуям, – тип, һәр береһенә бүләккә 1050-се полк командиры Исхаҡ Ғүмәровтың Берлин операцияһындағы батырлыҡтары хаҡында яҙылған китабын тапшырҙы.
Рәсәй Пенсия фондының Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса идаралығы начальнигы Илгиз Сәлихов тәҡдиме менән ойошторолған сараны бөгөн заман күҙлегенән, һис шикһеҙ, оло батырлыҡ тип баһаларлыҡ. Баш ҡаланың Еңеү паркындағы тантана барышында Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов етәкселегендәге делегация, йәштәр берлеге вәкилдәре сығышында ла берҙәмлек, тарихҡа, Еңеү өсөн йәнен аямай тырышҡандарға ҡарата ихтирам тойғоһо асыҡ сағылды.
Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре башҡарыуындағы йырлы-моңло тамашанан һуң саңғысы егеттәр Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә сәскә һалды. Ә Республика Хәрби дан музейында мәртәбәле марафондың картаһы төшөрөлгән таш плитә урын алды.