Үҙ-үҙеңә еңелеү06.03.2015
Ғүмерҙә лә бындай уйынды күргәнем юҡ минең. Һәр хәлдә плей-офф мәлендә. Был осорҙа иң көсһөҙ команда ла, йәнтәслим ҡаршылыҡ күрһәтеп, лайыҡлы еңелә.

“Металлург”ка ҡаршы өсөнсө матчҡа Өфө көйәрмәндәре дәртләнеп барҙы. Шулай булмай, чемпионға биреш­мәйбеҙ әле – ике осрашыуҙан һуң иҫәп тигеҙ. Арена янында алыпһатарҙарҙың артыҡ билетты үҙ хаҡына ғына һатып тороуы бер аҙ аптыратты – ихтыяж юҡмы әллә?..
Эстә трибуналар йәшел төҫкә мансылған. Баҡтиһәң, һәр бер ултырғысҡа ҡатырға һалып сыҡҡандар. Уны гармун күреге кеүек итеп бөк­ләһәң, бына тигән шалтыраҡ килеп сыға. Шуның менән ҡулға һуғып, күмәкләп команданы дәртләндергәндә, арена көслө тауышҡа күмелә. Ә һауала өҫтөнә һыуһар һыны ҡунаҡлаған дирижабль осоп йөрөй. Етмәһә, һаҡсыбыҙ Андрей Зубаревтың тыуған көнө. Ҡыҫҡаһы, көйәрмән өсөн ысын байрам инде.
Әммә уйын кәйефте төшөрҙө. Юлаевсыларға бөтә нәмә ҡаршы килеп тик торҙо. Пас бирһәләр, яҙа китә... Яҙа китмәһә, үҙенә төбәлгәнде хоккейсыбыҙ ҡабул итә алмай... Һөжүм итеүселәр мәргәнлеген юғалтты, һаҡсылар – етеҙлеген... Семин, Слепышев, Пильстрем, Толпеко – һәр береһе иҫәпте аса ала ине. Хлыстов хатта бер түгел, ике тапҡыр! Анкудиновтың шайбаһы штангаға эләкте...
Ниһайәт, ҙур байрамдарҙа ғына гол индергән Александр Степанов уңышҡа өлгәште. Фу-у-у... Ләкин бәхет ҡошо тағы ҡулдан ысҡынды. Күпселектә бирелгән мөмкинлекте бик баҙнатһыҙ ғына тормошҡа ашырып маташҡанда, киреһенсә, ҡунаҡтар иҫәпте тигеҙләп ҡуйҙы. Оскар Осала ҡапҡабыҙға ҡарай йүгергәндә һаҡсыларыбыҙ, бер-береһенә һылтанып, таштай ҡатып торҙо ла ҡалды.
Улай ярамай, был бит – плей-офф! Юҡ, ишетмәнеләр бындай һыҡрауҙы беҙҙекеләр. Күп тә үтмәй “Металлург”­ка йәнә бер мөмкинлек тыуҙырҙылар – Магнитогорск егетенең бер түгел, ике тапҡыр ҡапҡабыҙҙы алырға тырышыуын өнһөҙ күҙәттеләр. Һөҙөмтәлә икен­се голды индерҙеләр. Алда 25 минут уйын ваҡыты бар әле, тип үҙемде тынысландырыу ҙа файҙаға булманы. Өсөнсө осорҙа иҫәпте тигеҙләү өсөн ер – ой, боҙ! – кимергән кеше табылманы. Хатта осрашыу аҙағында 4 минут буйы күпселектә уйнап та, юлаевсылар бер ни ҡыла алманы. Ни әйтәһең, үҙ-үҙеңә еңелеү булды был.
Иртәгәһенә сериялағы дүртенсе матч башланғас, өфөләр ҡорт саҡҡан­дай йүгереп йөрөнө. Бер шайба индерҙеләр... Икенсеһен... Афарин, тип ҡыуанды көйәрмән. Теләһәләр, булдыралар бит! Их, ҡунаҡтар ҙа сосораҡ, шәберәк уйнай башланы шул. Иҫәпте ҡыҫҡарттылар, унан тигеҙләнеләр. Беҙҙекеләр ҙә бирешмәгән кеүек. Унан... арынылар. 4:6 – тағы отолдоҡ.
Хәҙер икенсе әйләнешкә сығыр өсөн юлаевсыларға өс осрашыуҙа ла еңергә кәрәк. Быға өмөт юҡ тиерлек. Хуш, миҙгелме? Бөгөн Магнитогорскиҙа хәл иткес алыш көтөлә.


Вернуться назад