Баймаҡ саңғысылары – Өфөлә!06.03.2015
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан ойошторолған Баймаҡ – Өфө саңғы марафоны барышын гәзит биттәрендә тулы яҡтыртырға тырыштыҡ. Кисә спортсылар баш ҡалаға килеп етте.

Улар Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа венок һалды. Майҙанға йыйылған халыҡ алдында Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов, республиканың Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Марат Муллағәләмов һәм башҡалар сығыш яһаны. Баймаҡтар әҙерләп алып килгән концерт сараға йәм өҫтәне.

(Марафон тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән гәзиттең киләһе һандарының береһендә танышырһығыҙ).


Вернуться назад