Их, күршеләр...04.03.2015
Шулай тиергә генә ҡала инде. Былтыр күрше генә ятҡан Магнитогорскиҙың “Металлург”ы менән Гагарин кубогына көрәштә Көнсығыш конференцияһының финалында осрашһаҡ, быйыл – беренсе үк әйләнештә.

Арена шығырым тулы. Юлаев­сы­лар­ҙың көйәрмәндәре лә бай­таҡ, күр­ше өлкәгә юл алыҫ түгел бит. Тәүге матчтың беренсе осоро ярайһы уҡ көсөргәнешле барҙы. Беҙҙекеләр хужа­ларға бирешмәне, әммә икенсе осорҙа бер-бер артлы туғыҙ минут аҙсылыҡта уйнау үҙенекен итте: дәғүәселәребеҙ ике шайба индереп тә ҡуйҙы. Ә плей-офта был – ҙур айырма.
Иртәгәһенә “Салауат Юла­ев” тағы шул хатаһын ҡабат­ланы: штраф алыуын дауам итте. Ә Магнитогорск егет­тәре бер ҙә тәртип боҙмай. Ярай әле беҙҙең ҡапҡасы Владимир Сохатский ҡотҡара, күҙ генә теймәһен! Ниһайәт, Антон Слепышев һаҡсыларҙы оҫта ғына урап үтеп, Теему Хартикайненға пас бирә алды. 1:0 – иҫәпте астыҡ! Икенсе осорҙа Дмитрий Макаров алға китеү мөмкинлеген ҡулдан ысҡын­дыр­ҙы. Өсөнсөлә капитаныбыҙ Дмитрий Хлыстовҡа ҡәнәғәтһеҙлек кисерергә тура килде – уның голын һанаманылар. Етмәһә, “металлургтар” шайба индереп ҡуйҙы. Әммә оҙаҡ ҡайғырырға тура килмәне. Слепы­шев­тың баяғы маневрын Хартикайнен отоп алған икән – шундай уҡ хәрәкәт яһап, ҡапҡа алдына шайбаны ырғытыуы булды, Антти Пильс­т­рем икенсе гол кере­теү бәхетенә иреште. 2:1 – Өфөлә коман­да­ларға бары­һын да ҡайтанан баш­ларға тура киләсәк.




Вернуться назад