Уйын “сире” кемгә йоғор?04.03.2015
Бына өс йыл инде республикала Халыҡ-ара шашка федерацияһы, Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар парламент клубы тырышлығы менән балалар араһында шашка спортын үҫтереү буйынса проект тормошҡа ашырыла.


Тәүҙә уны Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен райондарында һәм Күмертау, Сибай ҡалаларында һынау күҙ уңында тотолһа, күп тә үтмәй, уға Бөрйән, Хәйбулла, Балтас райондары, Нефтекама ҡалаһы ҡушылды. Был­тыр­ғы эш йомғаҡтарын ҡарап та, проекттың үҙен аҡлауын, спорттың күптәрҙе үҙенә ылыҡтырыуын күрергә мөмкин. Айырыуса тренерҙарҙы әҙерләүгә күп көс һалыныуын билдәләргә кәрәк. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ярҙамында ике йөҙгә яҡын педагог һәм тренер белемен камиллаштырыу курсында уҡыны, ә 2013 йылда БДУ филиалы Сибай институтында махсус “Шашка” курсы үткәрелде. Йөҙ таҡтала шашка дебюттары курсына һәм спорттың ошо мауыҡтырғыс төрөнә арналған ике дәреслектең донъя күреүе уйынсылар өсөн һөйөнөслө ваҡиға булды.
Үҙәктән алыҫта ятҡан ауылдарҙа спортты киң йәйелдереү, йәштәрҙе ылыҡтырыу өсөн ҡоро һүҙ, өгөт-нәсихәт кенә етмәүен программаны ойоштороусылар яҡшы аңлай. Тейешле ҡорамалы ла, уҡыу әсбабы ла кәрәк. Өс йыл дауамында 1 400 комплект шашка, 700-гә яҡын уйын таҡтаһы, 600-ҙән ашыу китап спорт һөйөүселәргә тапшырылды.
Былтыр көньяҡ-көнсығыш райондарҙа йөҙҙән ашыу спорт сараһы үткәрелеүе генә лә эштең уңышлы барыуына дәлил. Хатта балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр ҙә ярыштан ситтә ҡала алманы. Үткән йылдың ноябрендә Баймаҡ районында урыҫ шашкаһы буйынса турнирҙа 18 команда ҡатнашты. Ә Сибайҙа кескәйҙәр өс этаптағы шәхси беренселектә көс һынашты. Йәштәр араһында II көньяҡ-көнсығыш төбәк кубогына уҙғарылған ярыштар ҙа дәррәү үтте. Былары — рәсми уйындар. Ә төрлө байрамдарға арналған “Әсәй, өләсәй һәм мин — спорт ғаиләһе” йәки “Атай, әсәй һәм мин — шашкасылар ғаиләһе” тип аталған күңелле фестивалдәр йәшен дә, ҡартын да үҙенә йыйҙы. Һөйөнөслөһө шул: сәмле ярыштарҙың һөҙөмтәһе бар.
Тиҫтәләгән йәш таланттың республика кимәлендә генә түгел, ә Рәсәй беренселегендә сығыш яһауын күреү – үҙе үк ҡыуаныслы хәл.
“Мөғжизәле шашка” тип аталған команда беренселегенә үткән ярыштарҙа Сибай спортсылары тәүге тапҡыр маҡтаулы өсөнсө урынды яуланы. Ауыл ерендә йәшәгән уҡыусылар араһында II Бөтә Рәсәй шәхси-команда беренселегендә йәш баймаҡтарҙың һыр бирмәүе, Ярат мәктәбенең III класс уҡыусыһы Мәҙинә Мырҙабулатованың көмөш һәм бронза, Төркмән мәктәбенең I класс уҡыусыһы Азамат Әхмәтовтың өсөнсө урын яулауы, һис шикһеҙ, өмөттәрҙе аҡланы.
Балаларҙа спортҡа һөйөү уятҡан, уларҙың буш ваҡытын йөкмәткеле, файҙалы үткәреүгә ҙур көс һалған педагог һәм тренерҙарға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Әйткәндәй, проектты ойоштороусылар был ҡаҙаныштар менән генә тынысланырға уйламай, республиканың башҡа райондарында ла кескәйҙәрҙе ошо аҡыл һәм зирәклек уйынына йәлеп итеү уйы менән йәшәй. Шашка “сире” артабан кемгә йоғор? Быныһын ваҡыт күрһәтер.







Вернуться назад