Саңғысылар Табын ерен үтә03.03.2015
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан Баймаҡ – Өфө саңғы уҙышының старт алыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Команда етәксеһе, “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комп­лексы директоры Илшат ХӘМИТОВ менән телефон аша бәйләнешкә индек. Юлда булыуға ҡарамаҫтан, ул мәғлүмәт бирергә ваҡыт тапты.

– Ғафури районы уҙәгендәге башҡорт гимназияһында уҙған осрашыу оҙаҡ иҫтә ҡаласаҡ әле, ул беҙ көткәнгә ҡарағанда ла йәнле барҙы, – тине команда етәксеһе. – Гимназистар, педагогтар һәм һуғыш ветерандары менән күрешеп һөйләштек. Табындарҙың фәһемле сығышы артабанғы сәфәргә дәрт өҫтәне, иңдәргә ҡанат ҡуйҙы. Ете генә кеше киләбеҙ бит инде, ҡарурман, тынлыҡ, тирә-яҡ ап-аҡ, бына ошоларҙан һуң ҡапыл халыҡ араһына – шығырым тулы залға – килеп инеү ҡыҙыҡ тойола. Нисек кенә булмаһын, һөйләшеүгә һыуһау үҙен һиҙҙертә. Һуңынан “Имәнкәй” лагерында булдыҡ.
Башҡортостандың тәбиғәте үҙенсәлекле. Тигеҙлекте йылға-туғай йәки бүтәне алмаштыра.Ҡайһы бер урында үргә ҡарай бараһың да бараһың, ә инде тауҙан шыуып төшөү бигерәк күңелле. Ғәмһеҙ малай саҡты ла хәтерләтеп ҡуя.
Саңғысылар өсөн әлеге һауа торошо шул тиклем яҡшы, иртәле-кисле генә һалҡынса. Дөйөм алғанда, ҡояшлы, яланда ғына еле бар, урманда – ышыҡ.
“Компас ҡулланаһығыҙмы?” тигән һорауҙы йыш бирәләр. Ҡулда – маршрут билдәләнгән карта, иң ышаныслы юл күрһәтеүсебеҙ шул. Киләһе туҡталыш – Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылында.




Вернуться назад