Беҙ ғәҙел уйнайбыҙ27.02.2015
“Салауат Юлаев”ты күпме әрләһәк тә, хөрмәт итмәү мөмкин түгел. Бына КХЛ чемпионатының һуңғы көнөндә лә ул хоккей белгестәренән, хатта башҡа клуб көйәрмәндәренән маҡтау һүҙҙәре ишетте. Ғәҙел уйыны өсөн. Ә был сифат спортта юғары баһалана.
Быйыл яҡташтарыбыҙ әллә ни матур һөҙөмтә күрһәтмәй. Командала “йондоҙҙар” ҙа юҡ тиерлек, ваҡыты-ваҡыты менән аҡса мәсьәләһе лә ҡалҡып сығып тора. Ләкин йыл да уртасараҡ уйнаған юлаевсылар, плей-офф етһә, батырлана ла китә торған. Бөгөн-иртәгә Гагарин кубогы өсөн башланасаҡ көрәш тә быны иҫбатлар тип ышанайыҡ.
Ә һуңғы матчҡа әйләнеп ҡайтҡанда, ул шишәмбелә Өфөлә уҙҙы. “Себер” килгәйне ҡунаҡҡа. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙгә отолоу кәрәк ине. Еңһәк, плей-офтың тәүге әйләнешендә үк әлеге Гагарин кубогы хужаһы “Металлург” (Магнитогорск) менән сәкәләшергә тура киләсәк. Ә уның Мозякин – Зарипов – Коварж өс тағаны һәр кемдең йөрәгенә ҡурҡыу һала. Тик юлаевсыларҙы был шөрләтмәй, ахыры. Шуға ла шунда уҡ һөжүмгә ташландылар. Күп тә үтмәй капитаныбыҙ Денис Хлыстов менән Максим Игнатович ҡул һуғышы ойоштороп ебәрҙе. Өфө егете баһадир буйлы ҡунаҡты дөмбәҫләп, боҙға йығып һалып та ҡуйҙы.
Иҫәпте иһә юлаевсылар икенсе осорҙа ғына аса алды. Беҙҙекеләр гол индерә, ҡунаҡтар иҫәпте тигеҙләй, беҙҙекеләр уңышҡа өлгәшә, ҡунаҡтар яуап бирә... Осор 2:2 иҫәбенә тамамланды. Шулай бөтһөн ине лә, исмаһам, плей-офта ошо уҡ “Себер”гә тура килер инек. Юҡ шул, “Салауат Юлаев” ғәҙел уйнай – 3:2 иҫәбенә еңеү яуланы.
Башҡа яңылыҡтарға килгәндә, быйыл тәүге һәм һуңғы мәртәбә Рәсәй чемпионы регуляр чемпионат йомғағы буйынса билдәләнде. Алтын миҙалға ЦСКА лайыҡ булды. СКА – көмөш, “Динамо” (Мәскәү) – бронза призер. Шулай ҙа иң ҙур бүләк – Гагарин кубогы. Уның өсөн көрәште йомала Көнбайыш конференцияһы ошо тәртиптә башлай: ЦСКА – “Сочи” , СКА – “Торпедо”, “Динамо” (Мәскәү) – “Локомотив”, “Йокерит” – “Динамо” (Минск). Иртәгәһенә Көнсығышта “Аҡ Барыҫ” – “Автомобилист”, “Себер” – “Трактор”, “Авангард” – “Барыҫ” һәм беҙ, күршеләр, көс һынашабыҙ. Тәүге ике осрашыу 28 февралдә һәм 1 мартта Магнитогорскиҙа уҙһа, 3-4 мартта командалар баш ҡалабыҙға киләсәк.
Хәйерле сәғәттә, юлаевсылар! Көйәрмән, ныҡлыҡ, түҙемлек һиңә!



Рөстәм ИШАЛИН, “Салауат Юлаев” хоккей клубының генераль директоры:
– Беҙҙең бер ваҡытта ла дәғүәсене һайлап алғаныбыҙ булманы. Тап характеры өсөн Рәсәйҙә күптәр “Салауат Юлаев”ты хөрмәт итә лә инде.






Вернуться назад