Өфөгә — саңғыла!27.02.2015
Өфөгә — саңғыла! Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған Баймаҡ — Өфө саңғы уҙышы башланды. Иң ҡыйыу һәм етеҙ ете ир-егет ҡаланың һуғыш ветерандарына арналған мемориаль комплекс алдынан старт алып, баш ҡалаға юлланды.

Команданың етәксеһе Илшат Хәмитов әйтеүенсә, саңғысыларҙың маршруты республикабыҙҙың алты районы аша үтә. Юлдың оҙонлоғо — 400 километр самаһы. Көнөнә 40 саҡрым ара үтеү ҡаралған, туғыҙ урында туҡтап, мәктәп уҡыусылары, ветерандар менән осрашыу планлаштырылған. 5 мартта саңғысылар Өфөгә килеп етеп, Еңеү паркына район халҡы исеменән венок һалырға тейеш.
Тап ошондай сара, Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына арнап, 1975 йылда ойошторолған. Унда туғыҙ саңғысы баш ҡалаға 13 көн барған. Быйылғы саңғысыларҙың иң өлкәненә 54 йәш булһа, иң йәшенә — 26.





Вернуться назад