Ни тиһәк тә, булмышыбыҙ шулайыраҡ шул: алыҫтағы сит ерҙәр, ундағы хәл-ваҡиғалар хаҡында күберәк хәбәрҙарбыҙ. Үҙебеҙҙеке хозур, бер кемдекенә алыштырғыһыҙ булһа ла, күнегелгәнгә әллә ни иғтибар итмәй, ят тәбиғәткә иҫебеҙ китә. Ҡайҙа йәшәһәк тә – ҡалаламы, ауылдамы — төрлө иҫтәлекле урындарҙы һәм тарихи ҡомартҡыларҙы һирәктәребеҙ генә барып күрергә форсат таба. Күптәр бының өсөн бер нисек тә ваҡыт еткерә алмай. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың бар тарафында ла әүҙем тарала барған матур һәм файҙалы сараны – социаль туризм программаһын — тормошҡа ашырыу ошо әйтелгән етешһеҙлектәрҙе бер ни тиклем бөтөрөүгә булышлыҡ итә. Был тәү сиратта йыл әйләнәһенә донъя мәшәҡәттәренән арына алмаған ауыл халҡы өсөн ҡулай. Район үҙәгенә бихисап йомош менән ашыға-ашыға бер-ике сәғәткә генә барып әйләнгән игенсе һәм малсы, шулай уҡ үҙ төйәгендә башҡа һөнәр менән мәшғүлдәр күп осраҡта бай ғына тарихҡа эйә булған был ауыл, ҡасаба йә ҡала менән ныҡлап таныша алмай. Ҡатмарлы тормош шарттарында ҡайһы берәүҙәргә ғүмер буйы хатта күрше-тирәләге ауылдарға барырға ла яйы һәм форсаты төшмәҫкә мөмкин. Нәҡ шуны иҫәпкә алып, Краснокама районында оло йәштәгеләр өсөн мауыҡтырғыс сәйәхәттәр ойошторола. Был сара — урындағы хакимиәттең Башҡортостан Хөкүмәтенең 2016 йылға тиклемге осорға социаль туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән маҡсатлы программаларын бойомға ашырыу буйынса эше. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Фәнүзә Дмитриева белдереүенсә, сәйәхәттәр алдан төҙөлгән график һәм маршруттарға ярашлы үткәрелә. Ауылда йәшәгән оло йәштәгеләр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы ялды тейешле кимәлдә ойоштороу мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәренә йөкмәтелгән. Төбәктең бай тарихынан, ауылдарҙа тәбиғи, мәҙәни һәм археологик ҡомартҡылар күплеген иҫәпкә алып, социаль туризмдың бер нисә маршруты эшләнгән. Улар, бер нисә быуаттың иҫтәлектәрен һаҡлаған район үҙәге Николо-Березовканан башланып, төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән, үҙенсәлекле тәбиғәтле һәм һәр кемгә ҡыҙыҡлы урындары булған эре һәм ваҡ ауылдар аша үтә. Бындағы мәктәптәрҙә һәм китапханаларҙа эшләгән музейҙар, йәнтөйәктең төрлө яҡлы тарихына, арҙаҡлы шәхестәренә арналған күргәҙмә-мөйөштәр ҙә бай мәғлүмәткә эйә.
Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәновтың тыуған ауылы Яңы Ҡайынлыҡ аша үткән маршрут Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүгә әҙерләнгән осорҙа айырыуса әһәмиәтле. Башҡорт егете уҙған быуаттың утыҙынсы йылдары аҙағында Өфөлә финанс-иҡтисад техникумын тамамлай, 1939 йылда Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә алына. Командирҙар әҙерләү курстарынан һуң, 1941 йылдың октябренән фашистарға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Белоруссия ерҙәрен азат иткәндә күрһәткән батырлығы өсөн ул ваҡытта инде артиллерия батареяһы командиры булған капитан Шәриф Сөләймәновҡа 1943 йылдың декабрендә Герой исеме бирелә. Дошманды дөмөктөрөп ҡайтҡас, Краснокама еренең һәм халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы күп йылдар совет һәм партия органдарында етәксе вазифаларҙа эшләй, оҙаҡ ҡына Башҡорт АССР-ының финанс министры була. Яңы Ҡайынлыҡ ауылында Шәриф Сөләймән улына һәйкәл ҡуйылған, бында уның йорт-музейы эшләй, урындағы мәктәп батыр яҡташтары исемен йөрөтә.
Герой яугиргә арналған материалдар социаль сәйәхәттә ҡатнашыусыларҙа оло ҡыҙыҡһыныу уята. Улар, илебеҙ азатлығы өсөн батырҙарса һуғышҡан яҡташтары һәйкәленә гөлләмәләр һалып, уны ихтирам менән иҫкә ала.
Маршруттың артабанғы өлөшө Яңы Ҡайынлыҡ һәм Ҡуян ауыл советтарына ҡараған хужалыҡтар аша үтә. Сәфәрҙә йөрөүселәр “500 ферма” республика программаһында ҡатнашҡан малсыларҙың эше менән таныша, ауылдарҙың социаль-мәҙәни объекттарын ҡарай. Урындағы хакимиәт башлыҡтары, хужалыҡ етәкселәре һәм белгестәре ветерандарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә. Райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре иһә оло йәштәгеләргә улар барған ауылдар тураһында бай мәғлүмәт еткерә.
Ете ауыл советының дүрт тиҫтәнән ашыу ветераны социаль туризм маршруттары буйынса йөрөп сыҡты ла инде. Улар сәфәрҙән бик тә ҡәнәғәт ҡалды һәм, ойоштороусыларға рәхмәт белдереп, был матур сараның киләсәктә мотлаҡ дауам ителергә тейешлеген билдәләне.