Көрсөк көйәрмәнде һынай20.02.2015
Был хәтлем дә өмөтһөҙлөккә бирелгәне юҡ ине көйәрмәндең. Ысынлап та, “Салауат Юлаев”тың хәле мөшкөл күренә шул. Уйын йәһәтенән дә, финанслау юҫығынан да.

Һуңғы сәфәрҙән дә уңмай ҡайтты юлаевсылар. Владивостокта тәүге көндә “Адмирал”ды еңһәләр, иртәгеһенә 2:6 иҫәбенә отолоп ҡуйҙылар. Артабан юлдары Новосибирск менән Новокузнецкиға төштө. Хужалар унда ла өфөләрҙең кәйефен боҙҙо. Беҙҙекеләр “Металлург”тан – 2:5, ә “Себер”ҙән 2:4 иҫәбенә ҡыйратылды.
Хәҙер яҡташтарыбыҙ Көнсығыш конференцияла етенсе генә урынды биләй. Хатта һуңғы – һигеҙенсе урынға төшөү ҡурҡынысы ла бар. Ә уйнарға ни бары ике матч ҡалған!






Вернуться назад