“Салауат Юлаев” ярҙамһыҙ ҡалмай20.02.2015
Мәскәү арбитраж суды “Система” акционерҙар финанс корпорацияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе – “Урал-Инвест” йәмғиәтенән күргән 70,7 миллиард һумлыҡ зыянын кире ҡайтарыу хаҡында ҡарар сығарҙы. Һөҙөмтәлә “Урал” мәрхәмәтлек фонды Өфөнөң “Салауат Юлаев”, Нефтекаманың “Торос” хоккей клубтарын финанслауҙы туҡтатырға мәжбүр булды.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов сираттағы кәңәшмәлә был клубтарға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер компаниялар барлығын белдерҙе.
– Улар араһында республикала эшләгән ойошмалар, ҙур федераль структураларҙың ярҙамсы компаниялары бар. Шуға ла был йәһәттән проблемалар булмаясаҡ, – тине Рөстәм Зәки улы.
Республика Башлығы шулай уҡ көйәрмән­дәрҙе, “Салауат Юлаев” клубы уйынсыларын борсолмаҫҡа саҡырҙы, республика даны өсөн артабан да яҡшы уйнауҙарын теләне.




Вернуться назад