Ныҡ булып үҫһен балалар!20.02.2015
Ныҡ булып үҫһен балалар! Элекке кеүек боҙҙа геү килешеп сәкән һуҡҡан, тауҙан санала шыуған йәки башҡа уйындар менән мәж килгән балаларҙы күрмәҫһең хәҙер. Заман үҫмерҙәрен телевизор, компьютер үҙенә ҡаратты. Билдәле, былар барыһы ла үҙ эҙемтәһен бирмәй ҡалманы: врачтар һуңғы йылдарҙа йәш быуындың һаулығы ҡаҡшауын билдәләй. Балаларҙы күпләп спортҡа йәлеп итеү маҡсатынан тиҙҙән махсус программа ҡабул ителәсәк. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Олимпия паркы”нда үткән кәңәшмәлә ошо хаҡта һөйләне.
– Башҡортостанда спорттың 107 төрө менән шөғөлләнәләр. Улар барыһы ла ҡыҙыҡлы, ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙ балалар спортын киң үҫтереү буйынса һөйләшеп, әле махсус программа төҙөү өҫтөндә эшләйбеҙ. Ул бер, күп тигәндә ай ярымдан әҙер буласаҡ, – тине Рөстәм Зәки улы.
Әлбиттә, еңел осорҙа йәшәмәйбеҙ. Нимә генә эшләйем тиһәң дә, әлеге лә баяғы аҡсаға барып төртөлә. Мәҫәлән, бөгөн бөтә йүнәлештә лә финанс мәсьәләһе киҫкен тора. Ошо юҫыҡта республика Башлығы март аҙағында республика кәңәшмәһе үтәсәге, унда балалар спортының торошо, өмөтлө йәштәрҙе Башҡортостанда ҡалдырыу юлдарын эҙләү хаҡында һөйләшеү буласағы тураһында әйтте.
И. ХАҠОВ.



Вернуться назад