Һуң булһа ла, уң булды18.02.2015
Ғинуар айында Австрияның Санкт-Йоханн ҡалаһында боҙҙағы мотоуҙыш буйынса донъя чемпионатының хәл иткес һайлап алыу туры уҙырға тейеш ине. Һауа торошо арҡаһында ул кисектерелде.

Ниһайәт, көндәрҙең йылы тороуына ҡа­ра­­маҫтан, боҙҙо туңдырыуға өлгәштеләр. Был халыҡ-ара ярышта Башҡортостандан Николай Красников менән Сергей Карачинцев ҡатнашты. Улар еңел генә тәүге урындарҙы яуланы. Башта Карачинцев алда барһа, финалда Красников дәғүәсеһен уҙып китте.




Вернуться назад