Өфөлә – донъя чемпионаты!08.02.2012
Өфөлә – донъя чемпионаты!11 – 12 февралдә Өфөнөң “Төҙөүсе” стадионында боҙҙа мотоциклда уҙыш буйынса донъя чемпионатының икенсе финалы үтә.
Донъя кимәлендәге бындай сара 47-се тапҡыр ойошторола. Тарихтағы беренсе финал 1966 йылда Өфөлә үткәрелә. Ә Мәскәү боҙондағы алышта яҡташыбыҙ Ғабдрахман Ҡадиров донъяның тәүге чемпионы булып таныла.
Чемпионатта Рәсәй, Финляндия, Германия, Австрия, Польша, Швеция, Чехия, Голландиянан 18 уҙышсы көс һынашасаҡ. Башҡортостандан, барлыҡ һайлап алыу турнирҙарында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, Николай Красников, Эдуард Крысов, Дмитрий Колтаков финалда ҡатнашыу хоҡуғын алды.
Яҡташтарыбыҙға еңеү юлдаш булһын!
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад