Гагарин кубогы кемгә эләгер?08.02.2012
“Салауат Юлаев” хоккей командаһы плей-офф уйындарына ышаныслы аҙымдар менән атлай. Ул әле чемпионатта алтынсы урында килә. Юғарыраҡ та урынлашҡан булыр ине, әммә Көнсығыш конференцияһы лидеры “Трактор”ҙан 2:1, турнирҙың иң аҙағында килгән “Автомобилист”ан 6:2 (!) иҫәбе менән отолоп, бер нисә мәрәй юғалтты. Әммә, нигеҙҙә, еңелеүҙәрҙән генә торған “ҡара октябр”ҙән һуң, бындай күрһәткес тә ҡәнәғәтләнерлек. Мәҫәлән, миҙгел башында иң көслө клубтарҙы “тубыҡландырып”, бөтәһен дә ғәжәпләндергән “Амур” хәҙер ни бары 14-се урында, плей-офҡа ҡарай кәрен бөтөнләй юғалтты.
Әлбиттә, хоккей белгестәре фекеренсә, әле Гагарин кубогына төп дәғүәселәр булып Санкт-Петербургтың “СКА”-һы менән Силәбенең “Трактор”ы иҫәпләнә. “СКА”-ны хужалары әллә нисә йыл инде чемпион итергә маташа, әммә ошоғаса килеп сыҡманы. Быйыл һөҙөмтә яҡшыраҡ кеүек, ни тиһәң дә, уйынсылар составы буйынса ул — иң көслөләр иҫәбендә. “Салауат”тан ғына уға илдең йыйылма командаһы өсөн сығыш яһаған һаҡсылар Кирилл Кольцов, Дмитрий Калинин һәм һөжүмсе Патрик Торесен юлланды. Баш тренер булып “Атлант”ты былтыр финалға еткергән чех Милош Ржига килде.
Ә бына былтыр плей-офҡа ла үтә алмаған “Трактор” быйыл бөтәһен дә һоҡландыра. Баш тренер булып саҡырылған Валерий Белоусов үҙенә көслө команда туплай алды. “Трактор”ҙы “Салауат”тан килгән элекке капитаныбыҙ Владимир Антипов (ул бында ла капитан) менән Александр Рязанцев та көсәйтте. Чемпионатта был клуб 98 мәрәй менән әле беренсе урында килә. “СКА” менән мәрәйҙәре тигеҙ булһа ла, Силәбе командаһының “таҙа” еңеүҙәре күберәк. Ә бына башҡалар был ике команданан кәмендә туғыҙ-ун мәрәйгә ҡалыша.
Былтыр тәүге тапҡыр баш тренер вазифаһын үҙ иңенә алған Венер Сафин “Салауат” чемпион исемен юғалтмаһын өсөн барлыҡ көсөн һала. Әлегә өмөт юғалмаған, ғинуар айындағы еңеүҙәр ҙә быға ышандыра. Төп звенола уйнаусы Александр Радулов, Игорь Григоренко, Олег Сапрыкин үҙ уйынын тапҡан кеүек. Уларҙан башҡалар ҙа әллә ни ҡалышмай. Ә күптән түгел меңенсе уйынын үткәргән һаҡсы Виталий Прошкин һәр осрашыуҙа кәмендә бер мәрәй туплай. Мәҫәлән, “Автомобилист”ҡа ҡаршы уйында ул тәжрибәле һөжүмселәй ҡапҡасы янына үтте һәм “ҡыҙыл ут” тоҡандырҙы. Прошкиндың плей-офта ла шулай уйнауын теләргә ҡала.
Турнирҙың аҫҡы яғында плей-офҡа бөтөнләй өмөтөн юғалтҡан командалар ҙа мәғлүм булды. Йыл дауамында финанс ҡыйынлыҡтары кисереү һәм башҡа ҡатмарлыҡтар “Автомобилист”ы иң түбәнге баҫҡысҡа төшөрҙө. Һуғышырға яратҡан “Витязь” уңышҡа өмөт тә итмәне, буғай. Ә бына “Себер”ҙең плей-офҡа үтә алмауы күптәрҙе аптыратты.
Башҡа хоккей яңылыҡтары ла бихисап. Шуларҙың береһе – КХЛ-дың директорҙар советы рәйесе, “ЦСКА”-ның президенты Вячеслав Фетисов, үҙенең аңлатыуынса, “хоккейҙан бөтөнләйгә китте”. Ул был турала “Бөтә йондоҙҙар матчы” алдынан иғлан итте. Нисек итеп бит әле! “ЦСКА”-ның уңышһыҙлыҡтарында Фетисов элек иңгә-иң терәп эшләгәндәрҙе ғәйепләне, эшләргә бирмәүҙәренә зарланды. Хатта, ҡайһы бер уйынсыларға, мәҫәлән, “ЦСКА”-ның элекке уйынсыһы Алексей Семаковҡа, коррупцияға ҡатнашлыҡтары бар тип, ғәйеп ташланы.
Ә бына Радулов тиҙҙән башланасаҡ “Швед уйындары”нда ҡатнашмаясаҡ. Быны тренер Валерий Белов Рәсәйҙең йыйылма командаһы Радуловһыҙ нисек уйнар – ошоно тикшереп ҡарау зарурлығы менән аңлатты. Шулай итеп, беренсе тапҡыр “Салауат”тан йыйылма командала берәү ҙә сығыш яһамаясаҡ! Чехия өсөн юлаевсыларҙан Якуб Накладал, Финляндия өсөн Антти Пильстрем уйнаясаҡ. Ҡапҡасы Эрик Эрсбергты иһә шведтар өсөн сығыш яһарға “Салауат Юлаев”тың тренерҙар штабы ебәрмәгән, плей-офф алдынан йәрәхәт алыр тип хәүефләнгән.
Башҡортостанда Үҫмерҙәр хоккей лигаһы чемпионаты уйындары дауам итә. Бында төрлө район-ҡалаларҙың командалары алты зонаға бүленеп осраша. Үҙ зонаһында еңеү яулаусылар Өфөнөң Спорт һарайында март айында үтәсәк финал уйындарында ҡатнашасаҡ. Беренсе урынға сыҡҡан команда Башҡортостандың Үҫмерҙәр хоккей лигаһы чемпионы исеменә лайыҡ буласаҡ.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад