Шәп иттең, Ольга! Межгорье ҡыҙы Ольга Вилухинаның Антхольце ҡалаһында (Италия) биатлон буйынса Донъя кубогында бронза миҙал яулауын ишеткәс, шатлығымдан ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Ҡыуанмаҫлыҡ та түгел шул. Мәктәптә уҡыған йылдарынан таныш миңә был ныҡыш, сәмсел ҡыҙыҡай. “Йәншишмә” гәзите призына үткәрелгән республика саңғы ярыштарында һәр саҡ тәүге урындарҙы яулай ине. Уны башҡа ҡала һәм райондыҡылар ҙа танып-белеп бөткәйне.
Был – яҡташыбыҙҙың быйылғы ҡышҡы миҙгелдә өсөнсө юғары наградаһы. Бығаса ҡатнаш һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы эстафеталағы уңыштары өсөн ике алтын миҙал яулағайны.
Ольга биатлон менән 2004 йылдан шөғөлләнә башлай. Ныҡыш, үҙ-үҙенә талапсан ҡыҙға тәүге уңыш 2006 йылда Америкала үҫмерҙәр араһындағы донъя чемпионатында килә. Башҡортостан ҡыҙы спринтер ярышында еңеп, иң яҡшы өсәү исемлегенә инде, шулай уҡ Рәсәйҙең эстафета командаһында көмөш миҙал яуланы.
Ә 2008 – 2009 йылдағы миҙгел уға бигерәк тә уңышлы булды. Тәүҙә үҫмерҙәр араһындағы чемпионатта эстафетала көмөш миҙал менән ҡәнәғәтләнергә тура килһә, бер аҙҙан Өфөләге ярышта иҫ киткес уңышы менән барыһын да таң ҡалдырҙы: программаның барлыҡ стартында ла (спринт, эҙәрлекләү, шәхси ярыш, эстафета) алтын миҙал яулап, Европаның абсолют чемпионы булып танылды. Был уңышы ҡыҙға Ханты-Мансиҙа үткән Донъя кубогында Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһарға мөмкинлек бирҙе. Бында ул спринтта алтынсы булып килә. Ошонан һуң тренерҙар штабы Ольганы олимпия миҙгеленә әҙерләү өсөн Рәсәйҙең йыйылма командаһына индерә.
Бөгөн уны илдә биатлон буйынса иң оҫта спортсыларҙың береһе тип иҫәпләйҙәр.
Был ҡаҙаныштары Вилухинаға Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында үҙ урынын табырға һәм тиҙҙән үтәсәк донъя чемпионатында ҡатнашыуға дәғүә итергә мөмкинлек бирҙе. Тағы ла шуныһы ҡыуаныслы: быйыл ғына беҙҙең илгә килеп Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһын күнектерә башлаған өлкән тренер Вольфланг Пихлер яҡташыбыҙға ҙур өмөт бағлай. “Мин Ольгаға ышанам, уны эстафета командаһына һәм барлыҡ шәхси уҙыштарға ҡуясаҡмын”, – ти ул.
Сочиҙа үтәсәк ҡышҡы Олимпиадаға тиклем ике йыл ваҡыт ҡалды. Барыһын да яҡшыға юрайыҡ.
В. ИСХАҠОВ.