Имәндәштең имәндәй егете08.02.2012
Имәндәштең имәндәй егетеИлфат Солтан улы Рәжәпов 1975 йылдың 23 ноябрендә Ғафури районының Имәндәш ауылында тыуған. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы, Сиднейҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан. 1997 йылда – донъя, 1998 йылда Европа чемпионаттары призеры.
Былтыр Башҡортостандың Бокс федерацияһына яңы рәйес тәғәйенләнде. Хәҙер был вазифала – Илфат Рәжәпов. Республикала бокстың артабанғы яҙмышы тураһында белешер алдынан, һүҙҙе яңы етәксе менән танышыуҙан башланыҡ.
– Илфат Солтан улы, быға тиклем Силәбелә йәшәһәгеҙ ҙә, Өфөгә килергә ризалашҡанһығыҙ. Күнегелгән мөхиттән айырылып китеүе еңел булмағандыр бит?
– 1984 йылда Ғафури районының Имәндәш ауылынан Силәбе ҡалаһына күстек. Ул саҡта III класта уҡый инем. Әлегә тиклем Урал дәүләт университетының “Бокс теорияһы һәм методикаһы” кафедраһы мөдире, өлкәнең Бокс федерацияһының башҡарыусы директоры вазифаларын башҡарҙым. Туплаған тәжрибәмде Башҡортостанда ошо спортты үҫтереүгә йүнәлтеү өсөн ҡайттым.
– Бөгөн Силәбе өлкәһендә теләгән һәр малай бокс менән шөғөлләнә ала, тиҙәр. Ҡасан Башҡортостанда ла шундай мөмкинлек тыуыр икән?
– Силәбелә төрлө ҡала һәм районда йәшәүсе боксер дуҫтарым менән бергә спорт клубы һәм мәктәптәре селтәрен йәйелдерҙек. Был бер-ике йылда ғына башҡарыла торған эш түгел, шуға күрә Башҡортостан буйынса алдан күрәҙәлек ҡылғым килмәй. Боксты тәү сиратта ауылдарҙа үҫтергем килә. Эште тренерҙар эҙләүҙән башланым. Был башланғыста ярҙам итергә теләүселәр күп тип әйтә алмайым, әммә бар. Мәҫәлән, бер студентым быйыл Ғафури районының Красноусол ауылына ҡайтып, секцияға етәкселек итергә ризалашты. Тағы ла Өфөнән бер нисә тренер Бөрө ҡалаһына эшкә барасаҡ.
– Силәбе өлкәһе боксерҙары Рәсәйҙән ситтә лә билдәле. Мәҫәлән, башҡорт егеттәре – Төньяҡ Америка чемпионы Хәбир Сөләймәнов менән донъя чемпионы Денис Шафиҡовты атарға мөмкин. Үҙегеҙ ҙә донъя рингында танылыу яуланығыҙ. Киләсәктә Башҡортостан боксерҙарының да оҫталығын халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыу кимәленә еткереү өсөн, һеҙҙеңсә, ниндәй шарттар булдырыу мөһим?
– Силәбеләр, ысынлап та, бокс буйынса илдә иң көслөләрҙән һанала. 1992 йылдан алып (2001 йылдан тыш) уларҙың Рәсәй чемпионатында еңелгәне юҡ. Башҡортостанда тәү сиратта тренерҙарҙың тарҡаулығы һиҙелде. Ҡайһы бер ауылдарҙа бокс һәм башҡа алыш төрҙәре буйынса белеме булмаған кешеләр ҙә ҙур ихласлыҡ менән күнекмәләр алып бара. Был – һәйбәт күренеш, әммә ситтән иғтибар етмәй. Киләсәктә уларҙы Өфөгә оҫталыҡ дәрестәренә саҡырыуҙы, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыуҙы ойошторорға кәрәк тигән һығымтаға килдем. Бокс буйынса ярыштарҙы йышыраҡ үткәрергә иҫәп тотабыҙ. Мәҫәлән, яңыраҡ Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларында үҫмерҙәр һәм өлкәндәр араһында спорттың ошо төрө буйынса республика беренселегенә ярыштар менән чемпионат уҙғарылды. Өфө һәм Учалы боксерҙары иң көслөһө тигән фекер ҡалды.
– Иң тәүҙә ауылға иғтибар йүнәлтеүегеҙ нимәгә бәйле?
– Элек Имәндәштә йәшәгән саҡта телевизорҙан боксты ҡыҙыҡһынып ҡарай торғайным, әммә үҙемә уны өйрәтеүсе кеше булманы. Шуға ла мөмкинлектәрҙең юҡлығын яҡшы аңлайым. Өҫтәүенә ауыл малайҙары сос, әрһеҙ була. Улар ошо сифаттарын үҫтерһен, дөрөҫ юлдан барһын тигән теләктәмен.
– Тимәк, спорттың тәрбиәүи көсөнә инанаһығыҙ?
– Силәбегә күскәс тә бокс секцияһына яҙылдым һәм яңы кластағы малайҙарҙың барыһы менән дә һуғышып сыҡтым, сөнки мин урыҫса белмәгәс, үсекләп маташалар ине. Шул саҡта спорттың көс, ҡыйыулыҡ өҫтәүен аңлаһам, байтаҡ ваҡыт үткәс, уның һәйбәт тормош мәктәбе булыуына төшөндөм. Хәтеремдә, секцияға ҡырҡлаған кеше йөрөй башлағайныҡ. “Бындай мыҡты егеттәр алдында нисек бирешмәҫкә?” – тип борсолдом. Әммә ике йылдан секцияла үҙем генә тороп ҡалдым: берәүҙәр физик көсөргәнеште күтәрә алманы, икенселәр ялҡауланды. Ул егеттәрҙең күбеһе эскегә бирелде, тормошта үҙ урынын таба алманы – шуныһы йәл.
– Атанан күргән уҡ юнған, тигәндәй, улдарығыҙ ҙа боксер бирсәткәләренә үрелә башлағандыр?
– Өлкән улыма — ун йәш. Бер нисә йыл элек дзюдо секцияһына алып барғайным, үҙ итмәне. Хәҙер музыка мәктәбендә фортепиано класында уҡый. Өс йәшлек икенсе улым, киреһенсә, тос йоҙроҡло. Боксер булыр, моғайын.
– Етәкселек эшендә спортҡа ваҡытығыҙ ҡаламы?
– Ҙур спорттан китеүемә быйыл — ун йыл. Был ҡарарға ҙур ауырлыҡ менән килеүем әле лә хәтеремдә. Шул уҡ ваҡытта бокс менән шөғөлләнеү теләгем дә һүнгәйне. Рингка сыҡҡанда йөрәгеңдә осҡон булмаһа, алышыуҙың мәғәнәһе лә юҡтыр, тип уйлайым. Туҡтауһыҙ күнекмәләр, алыштар күп көстө алғандыр, күрәһең. Шулай ҙа спорттан айырылғаным юҡ: аҙна һайын бассейнға барырға, һәр иртә күнекмә яһарға ваҡыт табам.
Нурзиә ХӘСӘНОВА әңгәмәләште.


Вернуться назад