Шашка — аҡыллылар һәм бөйөктәр уйыны, тип әйткән бер аҡыл эйәһе. Зиһенде үҫтереүсе был спорт төрөн йәнләндереү ниәтенән Сибайға РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, билдәле донъя чемпиондары Тамара Танһыҡҡужина менән Айнур Шәйбәков килде.
—Сибайҙы һайлап яңылышманыҡ. Бында уҡыусылар, студенттар ҡатнашлығында шашка түңәрәктәре уңышлы эшләй. Беҙҙең проекттың төп маҡсаты — балалар баҡсаһы, мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары араһында эҙмә-эҙлекле эш алып барыу. Ошо осраҡта ғына ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин. Бында боронғо уйынды ҡайтанан тергеҙеү өсөн шарттар етерлек, иң мөһиме — шашка буйынса яҡшы тренер бар, уйнарға һәм өйрәнергә теләүселәр ҙә бихисап. Ҡала хакимиәте лә беҙҙең тәҡдимде хуплап ҡаршы алды, ярҙам итәсәген белдерҙе, — тине Тамара Танһыҡҡужина.
Ҡунаҡтар шулай уҡ БДУ-ның Сибай институтында булды. Ҡырҡлаған шашка уйнаусы менән үҫмерҙәр араһында донъя чемпионы Айнур Шәйбәков көс һынашты. Танылған спортсы менән ярышыу еңел булмаһа ла, улар ифрат шат ине, сөнки бындай бәхет гел тәтемәй. Әлбиттә, бәйге донъя чемпионы иҫәбенә тамамланды, әммә шашка уйнаусыларҙың киләсәккә еңеүгә ынтылышы, сәме артты.
Тиҙҙән сибайҙар шашка буйынса ҙур еңеүҙәргә өлгәшһә, аптырап ҡалмағыҙ, дуҫтар!
К. ИШБУЛДИНА.
Сибай ҡалаһы.