Йылъяҙмала ҡалыр йылдар08.02.2012
Республикабыҙҙа сәләмәт тормош өлгөһө көндән-көн киң үҫеш ала. Спорт ҡоролмаларының күплеге буйынса Башҡортостан илдә беренсе урында тора, физик культура менән шөғөлләнеүселәрҙең һаны ла йылдан-йыл арта.

Маҡсатлы сәйәсәт һөҙөмтә бирә

Әле баш ҡалала мең ярым самаһы спорт ҡоролмаһы бар. Улар араһында 671 спорт залы, 31 бассейн, биш стадион, өс спорт һарайы иҫәпләнә. Яңы объекттар төҙөү ҙә дәррәү бара. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһендә халыҡты, бигерәк тә йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыу төп фекер булып үтә: “Быйыл республикабыҙҙың ҡалаларында һәм район үҙәктәрендә бассейнлы 13 физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөйәсәкбеҙ”.
Рәсәй төбәктәре араһында бары тик Башҡортостанда ғына Спорт һәм туризм буйынса министрлыҡ булдырылған. Маҡсатлы сәйәсәт, әлбиттә, үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Спортсыларыбыҙ биатлон, боҙҙа мотоциклда уҙышыу, билбаулы көрәш, халыҡ-ара шашка, йөҙөү, велосипед спорты, ҡаяға үрмәләү, еңел атлетика һәм башҡа төр ярыштар буйынса Европа, донъя чемпионаттарында һоҡланғыс уңыштарға өлгәшә.
Бөгөн Башҡортостан ысын мәғәнәһендә спорт донъяһын хәтерләтә. Көн һайын тиерлек республика, ил күләмендәге төрлө ярыштар, бәйгеләр үткәрелә. Ошо араларҙа, киләһе йылдарҙа йәнә ғәйәт ҙур, яуаплы саралар көтөлә. Мәҫәлән, быйыл беҙҙә йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты үтәсәк, тағы ла шул уҡ кимәлдәге сара 26 декабрҙә Өфөлә йәш хоккейсыларҙың командаларын йыясаҡ. 2013 йылдың 23 февралендә иһә Халыҡ-ара балалар уйындарына старт биреләсәк. Уны бәләкәй Олимпия уйындары тип тә әйтергә мөмкин. Киләсәктә лә Өфө бөтә донъя күләмендәге уйындарҙы үткәреүгә дәғүә итә.
Был йылдарҙың Башҡортостандың спорт йылъяҙмаһында алтын хәрефтәр менән яҙылырына шик юҡ.

Ни өсөн беҙҙә?

Былтыр Шотландияның Ланаркшир графлығында ярыш үткәйне. Унда донъяның 76 ҡалаһынан мең ярым ҡыҙ һәм малай көс һынашты, Өфөнән 17 бала барып ҡайтты. Улар еңел атлетика, дзюдо, бадминтон һәм йөҙөү буйынса алышып, 11 миҙал яулай. Башҡортостан уҡыусыларының уңышына хайран ҡалған Ойоштороу комитеты ағзалары IV Халыҡ-ара ҡышҡы уйындарҙы Өфөлә үткәрергә ҡарар итә.
Был спорт ярыштарында 12 – 15 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша.

Барыһы ла тейешле кимәлдә

Ярыш башланыуға ни бары бер йыл ҡалды. Ошо мәлгә уны үткәреү өсөн баш ҡалабыҙ тулыһынса әҙер булырға тейеш. Ни генә тимә, бындай уйындар Рәсәйҙә тәүге тапҡыр уҙғарыла бит.
Әҙерлек эштәре менән ҡыҙыҡһынып, күптән түгел Өфөгә Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит (Германия) килде. Ул ярыштар барасаҡ “Өфө-Арена”, Спорт һарайы, “Олимпик-парк” тау саңғыһы, “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу үҙәктәре менән танышты.
“Бынан ярты йыл элек килгәйнем. Ул саҡта хоккей һарайының икенсе сираты төҙөлә генә ине. Ә бөгөн барыһы ла әҙер тиерлек. Хоккей ҡаптары барлыҡ халыҡ-ара талаптарға яуап бирә. Мин хәҙер был ярыштың тейешле кимәлдә үтәсәгенә шикләнмәйем”, – тип билдәләне Ричард Смит.

Беҙ чемпионатҡа әҙер!

2013 йылда Өфөлә йәштәр командалары араһында шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты уҙасаҡ. Башҡортостандың Спорт һәм туризм министрлығында ошо сараға әҙерләнеү һәм уны үткәреү мәсьәләләре ҡаралды.
Чемпионаттың логотибы раҫланды, ул ярыштың тауар билдәһе булараҡ теркәләсәк. Сувенирҙар билдәләнде, билет программаһы эшләнде. Волонтерҙар өсөн махсус семинарҙар ойоштороласаҡ.


Вернуться назад