Вәт, исмаһам, ял!06.02.2015
Ял көндәрендә телевизор янынан да китеп булманы. Шулай булмай, Башҡортостан спортсылары төрлө Европа, донъя ярыштарында ҡатнашты.

Америкала паралимпиясылар чемпионатын­да Александр Давидовичтың икенсегә алтын миҙал яулағанын ишетеп ҡыуанырға ла өл­гөр­мәнек, бар иғтибарҙы Францияла бобс­лей буйынса барған Донъя кубогының ал­тынсы этабына – бер юлы Европа берен­селегенә – йүнәлттек. Александр Касьянов­тың экипажын­да Нефтекама егете Илвир Хужин бар бит! Бына һуңғы уҙышта улар беренсе урынға сыҡ­ты. Хәҙер Латвия экипажына ғына тректан шыуып төшәһе ҡалды. Йоҙ­роҡ­тарҙы йомарлап ултырҙыҡ та һуң, булманы – беҙҙекеләрҙе 0,28 секундҡа үтеп киттеләр. Ярай, көмөш миҙал да – мәртәбә!
Йәнә бер Европа чемпионаты көн үҙәгендә ине. Биатлонсыларыбыҙ Антон Бабиков ме­нән Эдуард Латипов, тик ултырмағыҙ әле тигән кеүек, ныҡ тулҡынланырға мәжбүр итте. Еңеү уларға еңел бирелмәне. Өлкәндәрҙән Ан­тон финишҡаса норвег спортсыһы менән ти­пә-тиң килде лә һыҙыҡты бер нисә сан­ти­метрға ғына алдараҡ уҙҙы. Бәхете бар! Ә үҫмер Эдуард, дистанцияла бик артта ҡалған мәле булһа ла, һуңғы арауыҡта ихтыяр көсөн эшкә екте. Һө­ҙөм­тәлә, эстон егетен үтеп китеп, беренсе килде.
Словакиялағы XXVII Бөтә донъя ҡышҡы Универсиадаһындағы сығыштар ҙа һөйөн­дөр­ҙө. Саңғыла трамплиндан һикереүҙә ко­манда беренселегендә Илмир Хәзетдинов алтын миҙалға лайыҡ булды.



Вернуться назад