Боҙ батырҙары һынатмаҫ!04.02.2015
Боҙ батырҙары һынатмаҫ! Ҡалала сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. 110 һауыҡтырыу объектының 42-һе асыҡ һауалағы майҙансыҡ булһа, 56-һы — спорт залы. Бынан тыш, бар уңайлыҡтары булған Боҙ һарайы һәм бассейн уңышлы эшләй.

Ҡала хакимиәтенең спорт комитеты етәксеһе Радик Ғәбитов әйтеүенсә, былтыр ҡа­лала 200-ҙән ашыу спорт са­ра­һы уҙға­рыл­ған, уларҙа һигеҙ меңдән ашыу кеше ҡатнаш­ҡан. Байтағы күп тапҡыр республика һәм Рәсәй кимәлен­дәге ярыштарҙа көсөн һынап, призёр булған. Бөгөн сибайҙар 37 спорт төрө менән шөғөлләнә. Бигерәк тә волейбол, баскетбол, хоккей, футбол, кикбоксинг, шашка, еңел атлетика популяр. Һуңғы йылдарҙа балалар ара­һында ат спорты, хоккей, шорт-трек, боҙ­ҙа фигуралы шыуыуға ҡыҙыҡ­һыныу арта.
Бынан бер нисә йыл элек асылған Боҙ һарайы йәшен дә, ҡар­тын да хоккей уйынына ылыҡ­тырҙы. Өлкәндәр үҙҙәре­нең яратҡан “Горняк” хоккей ко­ман­даһының иң тоғро кө­йәр­мә­ненә әүерелһә, йәштәр ошо коман­да­ның тәрбиәләнеү­се­лә­ре рә­тен­дә сығыш яһай. Бигерәк тә 2002 йылғы малайҙар юғары уңыш­тарға өлгәшә. Үткән йыл улар өсөн айырыуса һөҙөмтәле бул­ды: тренерҙар Салауат Вә­лиев менән Айгиз Нәжметдинов әҙер­ләгән хоккейсылар, Баш­ҡорт­ос­тандың балалар хоккей ли­га­һы уйындарында Өфөнөң “Салауат Юлаев” командаһы­нан ғына ҡалышып, II урын яуланы. Йәш уйынсылар Киров өлкәһенең Кирово-Чепецк ҡала­һында уҙған Бөтә Рәсәй “Алтын шайба” төбәк ярышында республика данын яҡлап, 16 коман­да араһынан дүртенсе урынды алды.
— Ниндәй генә малайҙың сәкән тотоп, боҙҙа елдергеһе килмәһен, — тип һүҙҙе кинәйә­ләп башланы тренер Салауат Вәлиев. – Хоккей — көслөләр һәм таһыллылар уйыны, шунлыҡтан командала тик сәм­ле, тырыштар ғына тупланған. Тәрбиәләнеүселәрем 50-гә яҡын, шуларҙың иң-иңдәре генә даими уйнай. Беҙҙең төп талап — балаларҙы сәләмәт тор­мош­ҡа ылыҡтырыу ғына түгел, белем алыуҙа ла бар яҡлап ярҙам итеү. Шуныһы ҡыуаныс­лы: йәш хоккейсылар араһында насар уҡығандар юҡ, барыһы ла яҡшы өлгәшә.
Әйткәндәй, йәштән сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, хоккейға биреү өсөн күп ата-әсә балаларын Сибайға күрше төбәктәрҙән дә алып килә. Мәҫәлән, Әбйә­лил, Баймаҡ, Учалы райондарынан, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы, Магнитогорск ҡалаһы­нан үҫмерҙәр тап Салауат Вәлиевтә шөғөлләнә. Киләсәктә ҡалала йәш спортсылар өсөн махсус мәктәп йәки интернат асылһа, тағы ла яҡшыраҡ бу­лыр ине. Шулай уҡ артабан йәш спортсыларҙың белемен камиллаштырыу өсөн юғары уҡыу йорттары менән дә тығыҙ бәй­ләнеш урынлаштырыу зарур. Был йәһәттән башҡараһы эш күп әле.


Вернуться назад