Холоҡ үҙгәрмәй икән ул...30.01.2015
Бөкрөнө ҡәбер төҙәтер, ти урыҫ халыҡ әйтеме. Ҡара һаҡалы артынан эйәреп йөрөгән кешегә ҡарата белдерелһә лә, ул беҙҙең юлаевсыларға ла тура килә.
Нисекме? Әле егерме йыл элек үк, “Салауат Юлаев”тың матчтарына йөрөй башлағанда, аптырай инем: ил беренселегендә 12-14-се урындарҙа һөй­рәл­гән командабыҙ үҙенән көсһөҙҙәрҙән еңелеп кә­йефте боҙһа ла, ҡунаҡҡа лидерҙар килһә, ба­тыр­лана, саялана ла китә. Тегеләрҙе ҡыйратып, мәрәй­ҙәрҙән ҡолаҡ ҡаҡтырып ҡайтарып ебәрә торғайны.

Әле лә был “матур йола”ға тоғро улар. Йыл башынан ғына алайыҡ. Артта килгән Новокузнецкиҙың “Металлург”ынан, “Барыҫ”тан (ике тапҡыр рәттән), “Автомобилист”ан отолдолар ҙа шундай көслө Магнитогорскиҙың “Металлург”ының, “Аҡ Барыҫ”тың, “Себер”ҙең, “Авангард”тың танауына сирттеләр.
Һуңғы уйындар ҙа ошо рухта дауам итте. Әллә иптәштәрен Кирилл Кольцовтың уңышы, уның Сочиҙа “Йондоҙҙар матчы”нда ҡатнашыуы дәрт­ләндерҙеме, данлыҡлы Илья Ковальчук етәкләгән СКА-нан бер ҙә шөрләп торманылар – 3:1 иҫәбенә еңеү яуланылар. Ә ике көндән “Торпедо” килгәйне, беҙҙекеләрҙе танырлыҡ та түгел: мәргәнлек тә, тиҙлек тә юғалды. Һөҙөмтә аптырарлыҡ – 0:6...
“Ултырығыҙ, “икеле”!” Шулай тиергә генә ҡала.



Вернуться назад