Ура! Яҡташтар ҡыуандыра30.01.2015
Яңы йылды дәрт-сәм менән башланы Башҡортостан спортсылары. Шулай тимәй, көн дә бер һөйөнөслө яңылыҡ ишетәбеҙ бит!
Голландиялағы шорт-трек буйынса Европа чемпионатынан яҡташыбыҙ Семен Елистратов биш миҙал тағып ҡайтты: ике алтын, өс бронза. Дөйөм һөҙөмтә буйынса өсөнсө урынға сыҡты. Һуңғы көндә иптәштәре Виктор Ан, Владимир Григорьев һәм тағы бер Өфө егете Дмитрий Мигунов менән эстафетала чемпион исемен яуланы. Афарин, планетаның иң яҡшы спортсылары байрағын ҡулдан төшөрмәйҙәр. Беҙ иһә Өфөлә шорт-трек үҙәге төҙөлөп бөтөүен түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ!
Ә Америка Ҡушма Штаттарында паралимпиясылар араһында донъя беренселеге бара. Республикабыҙ данын Сочи Олимпиадаһы чемпионы Азат Ҡарасурин менән призеры Александр Давидович яҡлай. 15 километрға саңғы ярышында Давидович алтын миҙалға лайыҡ булды. Олимпия уйындарында беренселекте ала алмаһа ла, күңелен төшөрмәгән, тимәк, тырышҡан!
Словакияла уҙған XXVII Бөтә донъя ҡышҡы Универсиадаһынан да ҡыуаныслы хәбәр килде. Саңғыла трамплиндан һикереүҙә Илмир Хәзетдинов көмөш миҙал эйәһе булды. Әйткәндәй, тәүге ынтылышта ул бишенсе урынға ҡалғайны, икенсеһендә уңышлы сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә болгар спортсыһынан ғына ҡалышты.