Өфө егеттәре – чемпион!27.01.2015
Ярата халыҡ мотоуҙышты! Үткән ял көндәрендә, һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, баш ҡалалағы “Төҙөүсе” стадионы шығырым тулы ине.

Был юлы көйәрмәндәр уҙышсылар араһында яҡташтарыбыҙ Дмитрий Колтаков менән Егор Мышковецты яңынан күреүгә шат ине, сөнки егеттәр бығаса етди йәрәхәтләнеп, ярыштарҙа ҡатнаша алманы. Шуға ла төп көс Николай Красниковҡа, йәштәрҙән Владимир Бобин менән Алексей Ивановҡа төшә ине.
Рәсәй суперлигаһы клубтары ара­һындағы чемпионат көсөргәнешле барҙы. Николай Красников тәүге әйләнештә үк үҙенең маһирлығын күрһәтте. Ә Владимир Бобин Благовещендан дәғүәсеһе Логачевты уҙып китәм тигәндә генә осоп барып төштө. Уны кире ярышҡа ҡуйманылар. Икенсеһендә Крас­никовҡа ла уңыш йылмайманы – Д. Хомицевич уны уҙып китте. Шулай итеп, егеттәребеҙ алышты еңелеүҙән башланы. Эх! Өфөләр өсөн янып-көйөп торған яҡташтарыбыҙ ауыр һуланы.
Тәүҙәрәк көйәрмәндәр “Башҡортостан” командаһының тәүге урынды алырына шикләнә биреберек тә ҡуйғайны, әммә аҙаҡҡы заезда Николай Красников дәғүә­селәренә форсат бирмәне – башҡаларҙы байтаҡҡа артта ҡалдырып, финиш һыҙығын беренсе үтте. Шулай итеп, тәүге көндә Ғ. Ҡадиров исемендәге техник төрҙәге спорт үҙәге егеттәре чемпион булып танылды. Икенсе – “Мега-Лада” (Тольятти), өсөнсө – “Амур-Спидвей”. Ә Стәрлетамаҡтан “ Каустик” командаһы бишенсе урын менән ҡәнәғәтләнде.
Икенсе көндә лә чемпионат ҡыҙыу барҙы. Шулай ҙа 12-се заезда чемпионаттың еңеүсеһен тоҫмалларға була ине. Бында йәнә Өфө менән Тольятти егеттәре осрашты. Тәүге әйләнештә үк Красников дәғүәсеһе Даниил Ивановты уҙып китте. Ә Алексей Ивановты (Өфө) тәүге боролошта тотҡарланған Игорь Кононов (Тольятти) артта ҡалдырҙы.
Чемпионат тамам. Иң күп мәрәй йыйып, Өфө егеттәре пьедесталдың юғары баҫҡысына күтәрелде. Икенсе урынды – Тольятти (“Мега-Лада”), өсөнсөнө Благовещен (“Амур-Спидвей”) егеттәре яуланы.




Вернуться назад