Бер нәмә лә мәңге түгел24.01.2015
Хоккейсылар ҡыҫҡа ваҡытлы ялға сыҡты, сөнки бөгөн-иртәгә Сочиҙа “Йондоҙҙар матчы” уҙа. “Салауат Юлаев” иһә 26 ғинуарҙа Өфөлә СКА командаһына ҡаршы уйнаясаҡ.
Яҡташтарыбыҙ КХЛ чемпионатында әллә ни ҡыуандырмай. Сиратлап йә еңәләр, йә еңеләләр. Ҡарағыҙ: үҙ боҙобоҙҙа “Автомобилист”ҡа бирештеләр, унан ҡунаҡта “Себер”ҙең “арт һабағын уҡыттылар”, артабан “Барыҫ”тан отолдолар, йәнә килеп “Авангард”ты овертаймда булһа ла “теҙләндереп” ҡуйҙылар. Көйәрмәнгә иркенләп китеп ирәйергә мөмкинлек бирмәйҙәр, ҡыҫҡаһы.
Шулай ҙа ҡыуаныслы хәбәр ҙә юҡ түгел. Омскиҙағы һуңғы матчта беҙҙең Кирилл Кольцов гол индереп, ил хоккейы тарихында иң һөҙөмтәле һаҡсы исемен яуланы. Хәҙер уның иҫәбендә – 376 мәрәй. Был күрһәткес буйынса данлыҡлы Вячеслав Фетисовтың мәңгелек күренгән рекордын уҙып китте. Афарин! Әммә уның үксәһенә баҫып тиерлек килгәндәр ҙә бар. Мәҫәлән, Илья Никулин менән Александр Гуськов. Тимәк, тынысланырға ярамай.