Чемпиондар тағы үҫер әле!23.01.2015
Чемпиондар  тағы үҫер әле! Һөләймән ауылы мәктәбе уҡыусылары һәр каникулды файҙалы итеп уҙғара. Йыл башындағы оҙон ялда ла улар ҡул ҡаушырып ултырманы.
Белем усағы коллективының тәҡдиме менән каникул мәлендә балалар өсөн Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған саралар ойошторолдо. Изге ниәтте тормошҡа ашырыу маҡсатында мәктәпкә ауылдашыбыҙ, милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионы Айгиз Зәйнетдинов саҡырылды. Ялдың һәр көнө спорттың берәй төрөнә бағышланды. Уҡыусылар ярыштарҙа ихлас ҡатнашты, төрлө күнекмәләргә өйрәнде.
Каникулдың һуңғы көнөндә уҡыусылар ата-әсәһе менән берлектә “Күңелле старттар” уйынында көс һынашты. Балалар Айгиз ағалары кеүек көслө, батыр, милли рухлы булырға вәғәҙә итеп, чемпионға рәхмәт әйтеп таралышты.


Вернуться назад