Кем генә тиҙлек яратмаһын!17.01.2015
Башҡортостанда көрәш, хоккей, спидвей ныҡ үҫешкән. Ә бит башҡа спорт төрҙәре лә бар – йөҙ ҙә утыҙлап улар! Мәҫәлән, автоспорттың бер төрө ралли. Тиҙлек яратҡан ир-егеттәр өсөн иң ҡулайы инде ул.
Әйткәндәй, беҙҙең Өфө егеттәре лә раллиҙа һынатмай. Әле уҙған ялда Пермь крайының Барҙа районында үткән Рәсәй кубогының һәм Урал менән Волга буйы федераль округтарының икенсе этабында уңышлы сығыш яһанылар. 170 километрлыҡ арауыҡта пилот Рөстәм Исхаҡов менән штурман Дмитрий Чижов экипажы өсөнсө урынды яуланы.
– Беҙ – республикала профессиональ кимәлдә сығыш яһаған берҙән-бер команда. Мин был спорт төрө менән 2006 йылдан ҡыҙыҡһына башланым. Дмитрий менән бергә өс йыл шөғөлләнәбеҙ. Маҡсатыбыҙ – ил кимәлендә Башҡортостанды лайыҡлы танытыу, – ти Рөстәм.